газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Декабрь 2018, 11:56

Һыра һатһалар, бөттө баш

Йүнселдәр заманы, тип әйтергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Өлгөрҙәр аҡса эшләү, яйын табыу юлын һәр саҡ белә. Кәрәк икән, ниндәй генә юл менән булһа ла, теләгемә ирешәм, тигән принцип менән йәшәй улар.

Ни өсөн тап ошо һүҙҙәргә баҫым яһап әйттем һуң әле быны? Сөнки дөрөҫө шул, үҙенә берәй урын оҡшаны икән, ул шунда мотлаҡ магазин ултыртасаҡ, йәки берәй төҙөлөш башлаясаҡ. Ундай осраҡтар аҙ булдымы ни? Бер йылды күп фатирлы йортта йәшәүселәр өйҙәре ҡар-шыһындағы төҙөлөшкә ризаһыҙлыҡ белдереп маташты. Күккә ашырҙай бина төҙөлөшөнә юл ҡуймайбыҙ, ул яҡтылыҡты ала, ҡояшты ҡаплай, тип күпме генә яр һалмаһындар, ишетеүсе лә, тыңлаусы ла кеше булманы.

Үҙе йәшәгән йорт янына кибет ултыртыуҙа-рына Нурия Фәтҡуллина ла борсола.

- Киоск беҙҙең билә-мәлә урынлашҡас, риза-лыҡ һорарға, ҡултамғалар йыйырға тейештәрҙер бит. Ундай үтенес менән мөрәжәғәт итеүсе бер кем дә булманы. Ҡаланың йөҙөн дә йәмһеҙләп ултыра. Нисек етте, шулай ҡуйғандар. Башҡа ерҙәрҙә бит әҙәмсә, матур итеп урынлаштыралар. Шуныһы тағы ла нығыраҡ хәүефләндерә, бер үк һыра һата торған урын асып ҡуймаһындар. Ха-лыҡты эскегә әйҙәгән-дәй килеп сыға түгелме? Йәштәр ошонда йыйылып, шаулап аптыратыр. Эске-лек булған ерҙә, ғәҙәттә, ғауға-тауыш та йәнәш. Тирә-яҡта былай ҙа магазиндар күп. Халыҡ әҙәпһеҙ. Подъезға инеп хәжәттәрен үтәп сығыуҙан да оялмайҙар. Ғөмүмән, барыбыҙ ҙа бында нимә менәндер һатыу итеүҙәренә ҡаршыбыҙ. Бының өсөн кем яуаплы икән? Шуны белергә ине, - ти Нурия Мөҙәрис ҡыҙы.

Дөрөҫ борсола Нурия апай. Һыра магазиндары былай ҙа аҙым һайын урын алған. Сағыу яҙыуҙары менән әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп, әйҙүкләп тора. Гәзит уҡыусыбыҙҙың һорауына тиҙҙән яуап алырбыҙ, тип ышанабыҙ.


Читайте нас: