Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Декабрь 2018, 11:58

Йөрәктәрендә дәрт, күҙҙәрендә осҡон

«Триумф» спорт мәктәбенең тирында Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған һаңғырауҙарҙың асыҡ ҡала кубогы үтте.

Ярыштың маҡсаты - пулялы атышты популярлаштырыу, разрядлы спортсыларҙы әҙерләү һәм инвалидтар араһында көслөләрҙе асыҡлау. Сарала Салауат, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан көслө атыусылар ҡатнашты. Тренер Т.Ю.Подпори тәрбиәләнеүселәре юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Ярыштың төрлө төрҙәре буйынса 1-се урынды Сергей Гордеев, Марсель Ибраһимов, 2-се урынды Александра Саднина, Айҙар Иҙрисов, Марина Ҡотдосова, Надежда Кашина, 3-сө урынды Оксана Гордеева, Максим Рожков, Денис Кузин алды.
Читайте нас: