газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Декабрь 2018, 11:55

Мысырға юл асылды, тик шулай ҙа...

Рәсәй халҡы сит илдәрҙә ял итергә ярата. Бигерәк тә арзан хаҡҡа һәм күңелле итеп. Быйыл, мәҫәлән, Тунис, Таиланд кеүек йүнәлештәр йыш һорау менән файҙалана. Юлламалар хаҡы 35 мең һумдан башлана. Әле ҡышҡы айҙарға Ҡытайҙа осһоҙға ял итеүҙе тәҡдим итәләр.

Бер нисә йыл элек Мысырға бөтә яҡындарың менән осһоҙ хаҡҡа барып ҡайтырға була ине. Был дәүләт менән мөнәсәбәттәр ҡатмарлашҡас, Рәсәй туристарына башҡа яҡтарға юлламалар тәҡдим иттеләр. Быйыл октябрҙә, ниһайәт, Мысырға юл асылды. Хаҡтар әлегә артмаған кеүек. Айырыуса ҡыш айҙарында юлламалар ҡиммәт түгел. Йәйгеһен уның хаҡы күпкә артасаҡ, ти туроператорҙар.

Был дәүләттең беҙҙең туристарға асылыуы яҡшы, әлбиттә. Әммә хеҙмәтләндереү сифаты элекке кеүек булмаясаҡ. Сөнки, туризм белгестәре әйтеүенсә, хеҙмәтләндереүсе персонал эштән күптән бушатылған, ә яңылары әлегә өйрәтелмәгән.

Быйыл беҙҙең халыҡ күберәк Рәсәй курорттарын һайлаған. Туристарҙың күпселеге Рәсәй ярҙарын йыуған диңгеҙҙәргә барған.

- Йәйгеһен туристарҙың 50-60 проценты илебеҙҙә ял итте, тип уйлайым. Хатта беҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙең 70 проценты хаҡтар юғары булһа ла, Сочи-Ҡырым тирәһен хуп күрҙе, - тинеләр «Велл тур» агентлығында.

Һуңғы осорҙа Башҡортостан курорттары һәм туристик базаларында ял итеүселәр артҡан. Мәҫәлән, үҙебеҙҙең Нөгөш һыуһаҡлағысы янында йәйгеһен күңел асыу өсөн ике-өс аҙна элек заказ бирергә кәрәк ине. 6 кешелек бер йортто бер тәүлеккә ҡуртымға алыу 7 меңгә барып баҫты. Башҡа йорттар тағы ла ҡиммә-терәк булды. Быйыл туристар ағымы күҙгә күренеп артты, тип белдерә турбазалар хеҙмәткәрҙәре лә.


Читайте нас: