газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Декабрь 2018, 12:32

Салауат - Ишембай араһы - эшселәрҙең ағымы?

Бер ҡаланан икенсе ҡалаға йәки ауылдан ҡалаға йөрөп эшләүселәр аҙ түгел. Үҙем Ишембайҙа йәшәп, көн дә Салауатҡа хеҙмәт урынына юлланғас, был кешеләрҙең мәшәҡәттәрен аңлайым. Кешеләр ни өсөн үҙҙәре көн күргән ауылда һәм ҡаларында ғына эшләмәй һуң, тигән һорау тыуа.

Беҙҙең коллективтан биш кеше күрше ҡаланан Салауатҡа йөрөп эшләй. Иртән ваҡытында килеп өлгөрөр өсөн ҡара таң менән тороп юлға сығырға кәрәк. Ҡайтҡанда инде тағы кисләтеп кенә өйгә килеп керәһең. Ишембай күперен йылдан ашыу төҙөнөләр, әле килеп Стәрле күперен ремонтлайҙар. Бар халыҡ Ишембай күпере аша «тимер ат»тарында елдерә. Аңлашыла инде, яртышар сәғәт көтөп ултырырға тура килә. Миңә ҡалһа, редакцияла күптән эшләгәс, өйрәнгән еремдә артабан да хеҙмәтемде дауам итергә тырышам. Шуға ла Ишембайҙа эш эҙләүҙе уйлап та ҡараған юҡ. Һөнәрең буйынса эш табыуы ла еңел түгел бит әле!? Киреһенсә, Салауатта йәшәп Ишембайға эшкә барыусылар ҙа бар. Йәки Ишембай һәм Салауаттан Стәрлетамаҡҡа йөрөүселәр ҙә аҙ түгел. Кеше ҡайҙа оҡшай, йә яҡшы түләйҙәр, шунда йәбешеп ята, тиҙәрме... Вокзалдарҙа торған маршруткаларҙа шығырым тулы студенттарҙы күреүгә лә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Улар ҙа күрше ҡаланың уҡыу йорттарына ашҡына.

Люциә Таһирова:

- Ишембай районы Этҡол ауылынан Салауатҡа йөрөйөм. Үҙем хаҡлы ялдамын. Бер пенсия аҡсаһына ғына йәшәп булмай. Ике тәүлек эшләйем дә, ике тәүлек ял итәм. Тормош иптәшем булмаһа ла, ихата тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайым, баҡса үҫтерәм. Мин эштә булғанда күршем йорт-ҡораны ҡараша. Йөрөп эшләүгә килгәндә, әлбиттә, еңел түгел, айырыуса ҡышҡы һалҡындарҙа автобусты оҙаҡ ҡына көтөп торорға тура килә. Хәҙер йәштәр ҙә урын бирергә ашыҡмай. Ҡолаҡтарына ҡолаҡсындарын кейә лә, йоҡоға талған булып ҡылана. Тағы ла бер ике йыл шулай йөрөй алһам, яҡшы булыр ине.

Азамат Мырҙағалин:

- Көн дә Ишембайҙан «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһына юлланам. Үҙебеҙҙә эш булмағас, ҡайҙа бараһың. Һуңлап ҡалырға ярамай, юғиһә заводҡа индермәйҙәр. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында бирәләр. Юлға аҡса китеп торһа ла, һигеҙенсе йыл ошо ойошмаламын инде.

Бөгөн йәштәрҙең күбеһе ауыл тормошона, ундағы эш­һеҙлеккә, аҡса етмәүгә зарлана. Шуға ла күптәр ҡалаға сығып китеү яғын ҡарай. Әҙәм балаһына көн дә шулай йөрөп эшләүе һис кенә лә еңелдән түгел. Әммә ғаиләне ҡарайым тип ты-рышҡандар өсөн ҡала, ул күршеме, әллә тиҫтә саҡы-рымдарҙа урынлашҡанмы, берҙән-бер эшләү һәм табыш алыу сараһы. Ни эшләйһең, бөгөнгө ысын-барлыҡ ошонан ғибәрәт.


Читайте нас: