газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Ноябрь 2018, 17:07

Еңеү тигән һүҙҙе аңлайҙармы?

Кис көнө эштән ҡайтып барабыҙ. С.Юлаев бульварындағы «Мәңгелек ут» янын-да төрлө хеҙмәт вәкилдәре йыйылған: янғын һүндереүселәр, полиция... Шунда уҡ баштан: «Хәрби техниканы вандалдар ваттымы икән әллә тағын?» тигән уй йүгерҙе.

Уйлағаным алдыма килде, вәхшиҙәр легендар «Катюша»ның кабинаһына ут төрткән. Был беренсе генә осраҡ түгел. Мемориаль комплекста быға тиклем дә бер нисә тапҡыр ошондай хәл булды. Хатта ундағы эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ла вандалдар ҡулынан зыян күрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге йәштәрҙең күбеһе был комплексты күңел асыу урыны итеп кенә күрә. Ә уйлап ҡараһаң, унда күпме хәтирә, тарих һаҡлана. Киләсәк тыныс тормош, азатлыҡ өсөн яу ҡырында баштарын һалған атай-олатайҙарға ҡарата ихтирам урынына бөтөнләй икенсе ҡараш килеп сыға түгелме?

Социаль селтәрҙәрҙә лә был темаға ҡағылышлы шау-шыу ҡупты. «Үҙҙәрен табып, ҡаты яуаплылыҡҡа тарттырырға», «Ниндәй быуын үҫеп килә бит!», «Күҙәтеү ҡоролмаларын урынлаштырырға», «Хоҡуҡ һаҡсылары ҡайҙа ҡарай?», «Көслө контроль ҡуйырға. Яуаплы кешеләрҙе тәғәйенләргә» тигән тәҡдимдәр менән сыҡты ҡала халҡы.

Кем ул вандал? Матди һәм рухи ҡиммәттәрҙе емереүсе ул. Тарихҡа, үткәнебеҙгә төкөрөп ҡараусы, ҡорбандарҙың рухын мыҫҡыллаусы. Ә Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы нимәгәлер вандаллыҡ ҡыла икән, үҙенең үк атай-олатайҙарына битараф бер зат, тип ҡарарға мөмкин. Рәсәйҙә бының өсөн енәйәт яуаплылығы барлығын да оноторға ярамай.


Читайте нас: