газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Ноябрь 2018, 15:47

Һатыусы эше еңел, тиҙәр

Иғландар гәзитендәге белдереүҙәргә ҡараһаң, аптырап китәһең: иң күбе һатыусы талап ителә. Ниңә улар бер урында оҙаҡ тотҡарланмай? Эш хаҡы аҙмы? Башҡа сәбәпме?

Төптән уйлап ҡараһаң, хеҙмәттәре еңелдән түгел шул. Көн оҙоно аяҡ өҫтө торорға, мыжыҡ халыҡтың көйөнә килергә, аҡса менән теүәл эш итә белергә кәрәк. Айырыуса, хәҙерге супермар-кеттар заманында. Һатыусылар үҙҙәре һата, кәштәләргә әйберҙәрҙе урынлаштыра, кәрәкһә, тауар ҙа ташый. Хаҡтар дөрөҫ күрһәтелмәһә, улар ғәйепле. Тауар сифаты ҡәнәғәтләндермәһә лә һатыу-сыларға эләгә. Ревизиянан һуң етмәгән сумманы улар өҫтөнә яғып ҡуйыуҙары ла ғәҙәти хәл. Камеранан магазиндағы хәлдәр барышын күҙәтеү ҙә уларға йөкмәтелгән. Юғиһә, бушҡа тамаҡ ҡайғыртыусылар көндән-көн күбәйә. Йәлләп тә ҡуям үҙҙәрен. Быға түбәндә бәйән итәсәк хәл сәбәпсе булды.

Ял көнө төшкө аштар тирәһендә магазиндар буйлап сығып киттем. Ҡалалағы эре супермаркеттарҙың береһенә индем. Һатып алыусыларҙы администратор ишек төбөндә үк ҡаршы ала. «Йәһәт кенә үтә һалығыҙ. Уғрыны эләктерҙек. Ишекте бикләргә кәрәк», - тине ҡабалана-ҡабалана. Эскә үтәм, улай шаулашҡан-фәлән кеше күренмәй. Алаһы әйберҙәремде кәрзингә тейәп, касса янына килеп баҫтым. Бәй-бәй, бур тигәнең ишек төбөндә сығып тайыу яғын хәстәрләп тора икән дә баһа! Һатыусы ҡыҙып-ҡыҙып уны туҙҙыра. Ҡыҙмасараҡ булып алған урта йәштәрҙәге ир бер литр араҡыны ҡыҫтырып алған, арыу ғына сыр киҫәген ҡуйынына йәшергән. Ғәйеплемен тип тормай, ҡаршы ирешә. Ҡыҙыҡ, араҡыға аҡсаһы еткән, ә закусканы урларға булған. Иҫәпләшеп, сығыу яғына юлландым. Һатыусы: «Ишек төбөнән кит. Һатып алыусыларҙы сығарырға кәрәк. Хәҙер һаҡ хеҙмәте килә. Улар алдында яуап тотасаҡһың әле», - ти тегеңә. «Китмәйем», - тип ҡысҡырына ҡараҡ. Шулай әллә күпме ҡаршылашып торҙолар. Йәш һатыусының түҙемлеге етмәне, ирҙе ситкә ныҡ итеп этте лә, ишекте асып ебәрҙе. Шулайтыуы булды, теге әҙәм аҡтығы (башҡаса әйтергә тел әйләнмәй) ҡыҙҙы ике яурынынан тотто ла, ситкә алып ырғытты. Көс менән һелтәнеүенә араҡының берәүһе селпәрәмә килде. Ярсыҡҡа киҫелеп, һатыусының ҡулынан ҡан аға башланы. Әммә ҡыҙ бирешергә уйламаны, тегенең өҫ кейеменә сат йәбеште. Хатта курткаһының синтепонына тиклем йолҡоп алды. Бөтәбеҙ ҙә өйөр менән тышҡа килеп сыҡтыҡ. Ир заты һатыусының сәсенән эләктереп алды. Ул да булмай, иҫән ҡалған икенсе шешә лә асфальтҡа төшөп китеп, зыңлап ватылды. Сибек кенә ошо һатыусыла күпме көс, тип уйлап ҡуйҙым эстән генә. Иң аянысы шул, аҙыҡ-түлек менән тыңҡыслап тултырылған пакеттарын тотоп, ишек асылғанын көтөп торған ир-аттың берәүһе лә ярҙамға ашыҡманы. Тышҡа сыҡҡас та, һәр кем үҙ яғына китеп барҙы. Беҙ генә, ҡатын-ҡыҙ, сәрелдәшкән булдыҡ. Унан ғына ни файҙа инде. Һатыусының ҡулынан көс-хәл менән ысҡынған теге ир алан-йолан ҡаранып, башы һуҡҡан яҡҡа олаҡты. Алыҫҡараҡ китә биргәс: «Күрһәтермен әле мин һиңә», - тип янарға ла онотманы. Хоҡуҡ һаҡсылары һаман күренмәй ине әле.

Һатыусыға ҡарата йәлләү тойғоһо ошо күренештән һуң тыуҙы миндә. Кем ошонан һуң был өлкәгә барырға атлығып торһон инде? Ул үҙенең дә, бәлки, ғаиләһенең, балаларының да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя түгелме? Бер көн килеп был бур әйткән һүҙен үтәп, үсен алып ҡуйһа? Ҡурҡыныс...


Читайте нас: