газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Ноябрь 2018, 10:54

НАМЫҪЛЫ ХЕҘМӘТ – ЙӨҘ АҠЛЫҒЫ

Әрмегә саҡырылыусыларҙы ниндәй яңылыҡтар көтә? Фәнни һәм спорт ротаһына нисек эләгергә? Армияға барыуҙы кисектереүҙә ниндәй үҙгәрештәр бар? Салауат ҡалаһының хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов менән әңгәмәлә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алдыҡ.

- Фәндәлиф Мирйәнур улы, беҙҙең көҙгө саҡырылыш һалдат-тары ҡайҙа хеҙмәт итәсәк?

- РФ граждандары бөгөн бөтә төр ғәскәрҙәрҙә лә хеҙмәт итә. Быйылғы көҙгө саҡырылыштағы һалдаттар башлыса Үҙәк хәрби округ биләмәһенә юлланасаҡ. Ҡатындары, балалары, пенсионер йәки инвалид ата-әсәләре булғандарға йәшәү урындарына яҡы-ныраҡ хеҙмәт итеү мөмкинселеге бар.

- Күптәрҙе хәрби хеҙмәттән кисектереү һорауы борсой. Был мәсьәлә буйынса ҡануниәттә үҙгәрештәр бармы?

- «Хәрби хеҙмәт һәм хеҙмәт бурысы тураһында»ғы федераль законға ярашлы, 2017 йылдың 1 ғинуарынан көндөҙгө бүлектә урта һөнәри белем алған студенттарға 20 йәш тулғансы хәрби хеҙмәттән кисектерелеү ҡаралған. Шулай уҡ юғары белем алып, РФ эске эштәр органдарында, дәүләт янғын һағы хеҙмәтендә, енәйәт башҡарыу системаларында һәм таможня органдарында эшләгәндәр хәрби хеҙмәттән кисектерелә. Юғары белем алып, РФ милли гвардия ғәскәренә килгәндәр ҙә был хеҙмәттә эшләгән осоронда әрменән бушатыла.

- Граждан үҙе теләгән ғәскәрҙә хеҙмәт итеүгә йүнәлтелә аламы?

- Хеҙмәт бурысын билдәле бер ғәскәрҙә үтәргә теләүселәр үҙҙәренең теләктәрен ҡала комиссияһы ултырышында әйтә ала. Буласаҡ һалдаттың әхлаҡи, эшлекле сифаттары, нервы-психик ныҡлылығы иҫәпкә алынып, Башҡортостан Республикаһының йыйылыу пунктында ҡайҙа юлланасағы билдәле була. Ҡағиҙә булараҡ, граждан-дың ниндәй ғәскәргә эләгеүе саҡырылыш комиссияһы сығарған ҡарарға тап килә.

- Контракт хеҙмәте кем менән төҙөлә?

- Бөгөн урта һәм юғары белеме бул-ған һәр призывникка ике йылға тиклем контракт буйынса хеҙмәт итеү тәҡдим ителә. Әйтергә кәрәк, контракт хеҙ-мәтендәгеләргә ярайһы уҡ яҡшы социаль пакет ҡаралған. Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр Өфө ҡалаһы, Революцион урам, 156-сы йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала.

- Элеккесә үк фәнни һәм спорт роталары ҡаламы?

- Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә барлыҡҡа килгән фәнни һәм спорт роталары үҙен аҡлап ҡына ҡалманы, йәштәр араһында популярлыҡ яуланы. Унда хеҙмәт итеү абруйлы иҫәпләнә һәм ул юғары мөмкинлектәр аса. Әле 11 фәнни һәм 4 спорт ротаһы эшләп килә. Уларҙың барыһы ла көҙгө саҡырылыш компанияһында тулыландырыласаҡ.

Фәнни роталар - ул РФ Оборона министрлығы структураһындағы төрлө ғилми-тикшереү ойошмалары һәм юғары хәрби уҡыу йорттарының матди-техник базаһы нигеҙендә йәйелдерелгән Рәсәй хәрби бүлексәләр.

Һәр рота Тыуған илебеҙҙең оборона-сәнәғәт комплексының профилле производство предприятиеларына беркетелгән. Хәрбиҙәр тик ғилми тикшеренеүҙәр менән генә шөғөлләнмәй. Аҙнаһына бер тапҡыр дөйөм ғәскәри әҙерлек буйынса күнекмәләр үтә, мылтыҡтан атырға өйрәнә, устав ятлай. Фәнни ротаға ғилми эшмәкәрлеккә ынтылыштары булған юғары белемле кешеләр йыйыла. Конкурста бер урынға өс кеше тура килә.

Спорт роталары - РФ Оборона министрлығы структураһында хеҙмәтен спорт күнекмәләре менән бергә бәйләгән, шулай уҡ Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашҡан һалдаттар өсөн йәйелдерелгән Рәсәй хәрби бүлек-сәләре. Был роталарға егеттәр түбәндәге спорт төрө буйынса алына: ҡул көрәше, ике төрлө һәм күп төрлө ярыш, атыш һәм башҡалар.

- Әрме хеҙмәтенән ҡасып йөрөүселәрҙе нимәләр көтә?

- Хәрби хеҙмәткә саҡырылырға те-йешле граждандар даими йәшәгән урын-дары буйынса хәрби комиссариатҡа барырға бурыслы. Ә бына хәрби комиссариатҡа ваҡытында килмәүселәр, бер ниндәй сәбәпһеҙ комиссариатҡа килеүҙән һәм медицина тикшереүе үтеүҙән ҡасып йөрөүселәргә закон алдында административ һәм енәйәти яуап тоторға тура киләсәк. Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 328-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, законһыҙ нигеҙҙә хәрби хеҙмәттән ҡасҡандарға 200 мең һумға тиклем штраф, йәки 2 йылға тиклем мәжбүри эштәр, йә иһә алты айға тиклем ҡулға алыу, йәки 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.

- Сәләмәтлегендә үҙгәрештәр булған граждан, киренән комиссия үтеп, РФ Ҡораллы Көстәренә саҡырыла аламы?

- Эйе, әлбиттә. «Хәрби хеҙмәт һәм хеҙмәт бурысы тураһында» федераль законға ярашлы, һаулығы яғынан хәрби хеҙмәттән азат ителгән 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге граждан яңынан медицина тикшерелеүе үтә. Әгәр ҙә уны хеҙмәткә яраҡлы тип тапһалар, һалдат бурысын үтәй ала.

- Әгәр ҙә граждан 27 йәшкә тиклем призыв буйынса хәрби хеҙмәтте үтмәһә, уға нимә янай?

- 27 йәш - призыв йәшенең тамамланыу осоро. 27 йәштән һуң кеше әрмегә саҡырылмай. Шуға ла 27 йәшкә тиклем граждан хәрби комиссариатҡа юлланмаһа, бынан һуң ғына хәрби билет артынан килһә, был һорау ҡаланың саҡырылыш комиссияһы ултырышына сығарыла. Әгәр ҙә граждан хеҙмәт итмәһә, хәрби билет урынына билдәләнгән өлгө менән белешмә генә бирелә.

- Әрмегә алыныусы буласаҡ һалдаттарға нимәләр теләр инегеҙ?

- Элек-электән егеттәр ысын хәрби мәктәпте үткәндән һуң ғына ирҙәр тип иҫәпләнә килде. Шуға ла яңы хеҙмәткә алыныусыларға ҡыйыулыҡ, аҡыл теләйем. Үҙен хөрмәт иткән һәр егет Тыуған иле алдындағы бурысын үтәргә тейеш, тип уйлайым.


Читайте нас: