газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Ноябрь 2018, 12:55

Ғәйеплеләр яуап бирергә тейеш

Салауат ҡала прокуратураһы бюджеттан бүленгән 90 мең һум аҡсаны маҡсатҡа яраҡһыҙ тотоноу осрағын асыҡлаған.

Хоҡуҡ һаҡсылары «Ҡала мөхите» программаһына ярашлы “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге артындағы скверҙы төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаларҙың ҡанунға ярашлы ҡулланыу-ҡулланылмауын тикшергән. Муниципаль контракт буйынса биләмәне «ВЭМ» йәмғиәте төҙөкләндерергә тейеш булған. 2017 йылдың ноябрендә ҡала хужалығы идаралығы ҡуйған бурыстарҙың тулыһынса үтәлеүен дәлилләп эште ҡабул итә. Әммә, документтар һәм тормошҡа ашырылған проектты сағыштырып ҡарағандан һуң, балалар өсөн ҡоролмаларҙың тейешенсә яһалмауы, эскәмйәләрҙең күпкә арзаныраҡ икәнлеге билдәләнгән. Подрядсыларға 100 меңгә яҡын аҡса артыҡ түләнгән. Ғәйеплеләргә 40 мең һум штраф һалынған.


Читайте нас: