Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларынан торған абруйлы комиссия 25-се башҡорт гимназияһы, 23-сө мәктәп, 2-се гимназия һәм тағы бер нисә белем усағының, балалар баҡсаларының, урында башҡорт телендә нәшер ителгән “Салауат” гәзитенең эшен ҡараны. Шулай уҡ уларҙың иғтибарынан ҡала исемдәренең, алтаҡталарҙың ике телдә яҙылыу-яҙылмауы ла ситтә ҡалманы.
- “Салауат” гәзитенең тиражы аҙ булыуы борсолоу тыуҙыра, әлбиттә, - тине редакция коллективы менән осрашҡанда, комиссия ағзаһы, “Тамыр” телеканалының директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Бөгөн республикабыҙ етәкселәре мәғлүмәти саралар буйынса яңы талаптар ҡуйғанда, ҡасандыр ауырлыҡ менән асылған гәзитте һаҡлап ҡалыу, уның дуҫтарын арттырыу өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барырға кәрәк. Был эштә йәмәғәт ойошмалары ла, пред-приятие етәкселәре лә, активлыҡ күрһәтергә тейеш. Урындағы власть органдары ла ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кам-панияһының мөһим-леген аңлаһа, тиражды арттырыу мәсьәләһен хәл итергә мөмкин.
Хаҡ һүҙҙәр, мәгәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙә тиражды үҫтереүҙең кәрәклеген, матбуғат сараларының йәмғиәттәге ролен беҙҙән башҡа аңламаған әҙәмдәр ҙә осрап ҡуя шул.