газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Октябрь 2018, 18:35

Хәтәр хәлдәрҙән хәүефһеҙлек

Ошо көндәрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә арналған терроризмға ҡаршы комиссия ултырышын уҙғарҙы. Башҡортостанда белем биреү объекттарының һаҡһыҙлығы менән бәйле хәл фекер алышыуҙа мөһим һорауҙарҙың береһе булды.

- Яңыраҡ Керчта булған фажиғә бөтәбеҙ өсөн етди һабаҡ һәм ошо йүнәлештәге эште көсәйтеү кәрәклеге тураһында иҫкәртеү булды. Енәйәтсе бинаға ҡаршылыҡһыҙ ҡорал, шартлатҡыс индергән. Һөҙөмтәлә 21 кеше һәләк булды, уларҙың күбеһе - үҫмерҙәр, тиҫтәләгән кеше зыян күрҙе. Хоҡуҡ һаҡлау органдары килеп сыҡҡан хәлде тикшерә. Әммә беҙ үҙебеҙ өсөн һығымта яһарға, шул иҫәптән республикабыҙҙа ошондай фажиғә булмаһын өсөн саралар күрергә тейеш. Бындай осраҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл Стәрлетамаҡ мәктәбендә булды. Шуға был йәһәттән проблемалы төбәктәр исемлегенә инеүебеҙҙе аңларға тейешбеҙ. Бөтә кимәлдәге власть органдары, көс структуралары, ғөмүмән, барыбыҙ ҙа республикала йәшәүсе һәр кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн шәхсән яуаплыбыҙ. Бер минутҡа ошо хаҡта онотмауығыҙҙы һорайым, - тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе мәғариф объекттарын тикшергәндә асыҡланған бөтә етешһеҙлектәр ваҡытында бөтөрөлөргә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм залда ултырғандарға белем биреү ойошмалары видеокүҙәтеү камералары менән тулыһынса йыһазландырылмауына иғтибар итергә ҡушты.

Бөгөн белем биреү ойошмаларының өстән бер өлөшөндә тиерлек, ә ул меңдән ашыу, видеокүҙәтеү системаһы юҡ. Һуңғы биш йылда хәүефһеҙ белем биреү шарттары булдырыуға төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан 1,5 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән. Быйыл тағы 116 миллион һум бүлеү күҙаллана. Әммә ул әлегә етмәй.

Радий Хәбиров мәғариф учреждениелары етәкселәренә өҫтәмә хәүефһеҙлек сараларын ҡабул итергә, үткәреү режимын көсәйтергә, персоналды ҡәтғи рәүештә баһаларға ҡушты. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ведомствоға ҡараған учреждениеларҙың хәүефһеҙлек торошон, уларҙың һаҡсыллыҡ системалары менән йыһазландырылыуын тикшерергә тейеш. Һөҙөмтәләр тураһында 15 ғинуарҙа отчет биреү бурысы тора.

«Шулай уҡ урындағы үҙидара органдары менән балалар булған, атыу, травматик һәм башҡа ҡоралдар теркәлгән ғаиләләр исемлеген әҙерләүегеҙҙе һорайым. Урындарҙа мәғариф бүлектәре ошондай мәғлүмәтте белергә, ә урындағы участковыйҙар ата-әсәләр менән ҡорал һаҡлау мәсьәләләре буйынса иҫкәртеү эштәре алып барырға тейеш, тип иҫәпләйем. Мәктәптә енәйәтте иҫкәртеү, булдырмау буйынса тағы ниндәй өҫтәмә саралар ҡабул итеү кәрәклеген анализлау, уйлау шарт», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Ошо кәңәшмәнән һуң Салауат белем биреү учреждениеларында ла хәүефһеҙлек сараларын күреү буйынса ҙур эштәр йөкмәтелде. Психологтар уҡыусылар, студенттар араһында тест үткәрә, барлыҡ биналарға ла видеокүҙәтеү ҡорамал-дарын ҡуйыу тураһында һүҙ алып барыла.


Читайте нас: