Ҡалабыҙҙа магазиндар, бөҙ-рәханалар күпләп асыла. Был, әлбиттә, яҡшы күренеш. Тимәк, Салауатта халыҡта һорау менән файҙаланылған эшҡыуарлыҡ үҫешә, эш урындары ла барлыҡҡа килә, хеҙмәт күрһәтеү даирәһе лә киң. Әммә урамдарҙан үткәндә, магазиндарҙың, бөҙ-рәхәналарҙың һәм башҡа хеҙмәт күрһәтеү ойошмаларының исемдәренә иғтибар итегеҙ әле - сит телдәгеләре шул тиклем күп, ҡайһы берҙәренең нимә аңлатыуын, ниндәй хеҙмәт күрһәтеүенә төшөнөп тә булмай. Ә инде «Ҡаруанһарай»ға инһәң, үҙеңде сит илдә йөрөүсе турист һымаҡ тояһың: «Zollo» «Ostin» «Л’ЭТУАЛЬ». Ярар ҡайһы берҙәренең атамалары сит ил фирмаларының беҙҙең ҡалала асҡан магазиндарыҡы тип аңлатып була. Ә бына үҙебеҙҙең Салауат ҡалаһында йәшәп, эшләп ятҡан хеҙмәт күрһәтеүселәргә үҙ телдәребеҙҙәге исемдәр нимәһе менән оҡшамай икән һуң? Шундай бай бит телдәребеҙ. Әллә үҙ магазиндарына һәм бөҙрәханаларына сит телдәге атамалар яҙып ҡуйып, «крутойыраҡ» булып күренергә маташалар. Ҡушыуын-ҡушалар ҙа ул, бәлки үҙҙәренсә мәғәнәһе буйынсалыр ҙа, тик ябай халыҡ уны ҡайҙан аңларға тейеш. Бер нисә миҫал килтереп ҡарайым, исемдәренән магазинмы ул, йә бөҙрәханамы, йә туҡланыу урынымы - асыҡлап ҡарағыҙ әле. «Mane», «Style», «Optimed», «Moulin-Rouge». Шунан, белдегеҙме? Уларҙың тәүге икәүһе беҙҙең ҡалала эшләп килгән бөҙрәхана, өсөнсөһө медицина хеҙмәте күрһәтеү үҙәге, дүртенсеһе ресторан. Шуларҙы «Матурҡай», «Бөҙрәкәй», «Һаулыҡ», «Тантана» тип үҙе-беҙсә атап булмай инеме икән?
Тел нормалары, ябай грамоталылыҡ йыш боҙала, сит тел һүҙҙәрен нигеҙһеҙ һәм саманан артыҡ ҡулланыла, тигәйне РФ Президенты Владимир Путин Президент ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм Рус теле буйынса советтарҙың берлектәге ултырышында киң мәғлүмәт саралары, интернет, телевидениеға төбәп. Дөрөҫөн әйткәндә, телде боҙоусылар иҫәбенә сит маркалар, атамаларға өҫтөнлөк биреүсе сауҙа, хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмаларҙы ла индерергә кәрәктер. Шулай уҡ власть структуралары яңы учеждение, йәки ойошманың эше башлауына рөхсөт бирер алдынан уның матур, аңлайышлы, халыҡты йәлеп итеп тороусы атамалы булыуына ла иғтибар итергә тейештер. Юғиһә ҡырағай һүҙҙәр нормаға инеп, уларға халыҡ та өйрәнеп китһә, телдең һаҡланыуы тураһында һүҙ йөрөтөп булырмы?