газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Октябрь 2018, 10:46

Боҙ ҡуҙғалды, ахырыһы

Вокзал ҡаршыһындағы әллә нисәмә йылдар элек төҙөлгән, һуңынан ташландыҡ хәлгә ҡалған өс ҡатлы бинаны ҡала халҡы яҡшы беләлер. Улай ғына түгел, ҡунаҡҡа килгән-киткәндәр ҙә уға иғтибар итмәй ҡалманы.

Тәҙрәләре емерелгән, тирә-яғын сүп-сар өйөмдәре ҡаплаған объекттың эргәһенән үтеп киткән һайын йәлләй инем. Төҙөлөш хужаһы ни үҙ эшен йәйелдермәне, ни башҡаларға ҡуртымға бирмәне. Инде нисәмә йылдар шундай аяныс хәлдә торҙо.

Быйыл йәйен тирә-яғын йыйыштыра башлағандары күҙгә салынды бит, әй. Емереклектәрҙән дә таҙарттылар. Мин уны егәрле хужабикәнең матур итеп йыйыштырылған йортона оҡшаттым. Сүп-сарҙан әҫәр ҙә ҡалманы. Бер аҙҙан тирә-яғын матур ҡойма менән уратып алдылар. Тимәк, боҙ урынынан ныҡлап ҡуҙғалмаҡсы. Шулай ғына була күрһен, сөнки был йорт вокзалда туҡтап киткән һәр кемгә Салауаттың исемен яманлап, ҡала эсендә лә шулай тәртипһеҙлек, тип һөйләп ултырғандай ине. Ҡасан, нимә булыры һуңғараҡ асыҡланыр.
Читайте нас: