газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Октябрь 2018, 13:20

Коррупция... Унан ҡотола алырбыҙмы?

Дәүләт, тәртип һаҡлау органы хеҙмәткәре, табип йә башҡа һөнәр эйәләренең ришүәт алыуы тураһында ишеткән һайын шулай тип әйтке килә. Закон мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә бурыслы кешеләрҙең ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуйыуын бер нисек тә аңлап булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар беҙҙең ҡалала ла етерлек.

Салауат эске эштәр бүлегенең иҡтисади хәүеф-һеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлексәһе иҡтисади, ришүәтселек һәм һалым енәйәттәрен иҫкәр-теү һәм кәртәләү функция-ларын үтәй.

Күҙәтеү органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә төбәктә дәүләт һәм үҙидара органдарында, учреждение һәм ойошмаларҙа вазифа биләгәндәрҙең үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыуы, сығымдары менән ки­лем­­дәренең тура килмәүе, ришүәткә ҡаршы тороу ҡануниәте боҙолоуы тураһын-дағы факттар асыҡланған. Ундай хоҡуҡ боҙоуҙар Эске эштәр, Һаулыҡ һаҡлау, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡ­тары бүлексәләрендә, федераль һалым, федераль суд пристав­тары, яза башҡарыу, дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттәрҙә, урындағы үҙидаралыҡ органдарында теркәлгән.

Салауат эске эштәр бүлегенең иҡтисади хәүеф-һеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлексәһе әлеге ваҡытта 46 иҡтисади енәйәт асыҡлаған. Улар араһында 8-е ришүәт ҡылыу, 4-әүһе бюджет аҡсаларын урлау факты буйынса.

Бына бер нисә миҫал. Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлексәһе Салауат ҡалаһының уҡыу йорттарының береһендә тикшереү эштәре барышында студенттар, уҡытыусыларҙың ришүәтселек ҡылыу эшмә-кәрлеген туҡтата. Енәйәт эшен тикшереү менән тәфтишселәр комитеты шөғөлләнә.

Ҡалабыҙҙың бюджет уч-реждениеларының етәксеһе үҙенең туғанын эшкә алған. Ә туған кешеһе ысынында унда эшләмәгән һәм икенсе ҡалала йәшәгән булып сыға. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.

Шулай уҡ коммерция ойошмаһы етәксеһе вазифаһы менән файҙаланып үҙенең предприятиеһынан матди байлыҡтарҙы урлаған.


Читайте нас: