газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
14 Сентябрь 2018, 11:18

Хеҙмәтенә күрә баһаһы

«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Кәримовҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Өфөлә «Газпром» төркөмө предприятиеларының юбилейҙарын билдәләгән тантаналы сарала Айрат Азат улына юғары награданы республика башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.

Айрат Кәримов нефть химияһы өлкәһендә 1994 йылдан алып эшләй. 2013 йылдан «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтен етәкләй.

- «Газпром нефтехим Салауат» - ул беҙҙең предприятие эшләй башлағандан алып эшкәртелгән ярты миллиардтан ашыу тонна углеводород сеймалы, 20 млн тоннанан ашыу етештерелгән аммиак, 8 млн тонна этилен. Ә иң мөһиме - беҙҙең тырыш коллективыбыҙ бар, - ти Айрат Кәримов.


Читайте нас: