газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Сентябрь 2018, 12:28

Эскелек - һатып алынған сир

Салауатта Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнә, сәләмәт тормош рәүешенә арналған саралар үтә, белем биреү учреждениеларында класс сәғәттәре, тематик лекциялар, әңгәмәләр ойошторола.

Беҙҙең илдә эскелеккә ҡаршы көрәшмәнеләр түгел, күп көрәштеләр, тик һөҙөмтәһе генә артыҡ күренмәне. Һәм бына йәмғиәт, ниһайәт, көрәште эскелеккә ҡаршы түгел, ә айыҡлыҡ өсөн алып барырға кәрәклеген аңлауға етте шикелле. Сөнки алкоголиктан кеше яһарға тырышыуға ҡарағанда айныҡтарҙы эскелек юлына баҫтырмау күпкә еңелерәк. Тик бының өсөн сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙы киң йәйелдерергә, етәкселәргә, ололарға өлгө күрһәтергә, йәштәр араһында айыҡлыҡты модаға индерергә кәрәк.

Был насар ғәҙәт менән мауыҡҡандарҙың тәне лә, йәне лә сирле була. Ул кешеләрҙең һаулығын ҡаҡшата, аңын тарҡата, ғүмерен ҡыҫҡарта, ғәрип балалар тыуыуға сәбәпсе була. Алкоголдең һәм наркотиктың ағыу булыуы тураһында күптән һөйләнелеп, был ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы көрәш маҡсатында күп кенә саралар үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, спиртлы эсемлек, наркотик матдәләр ҡулланыусылар һаны арабыҙҙа кәмемәй әле.

«Эскелек нисек башлана?» - тигән һорауға «Ғаиләнән» тип яуап бирер инем. Ишетеп белеүемсә, алкоголиктарҙың өстән бер өлөшө хәмерҙе тәүге тапҡыр ун йәшенә тиклем, өстән ике өлөшө 11-15 йәштәрҙә ауыҙ итә. Балаларҙы ололарҙың сәкәштереп эсеү ғәҙәте ҡыҙыҡһындыра. Уларҙа күргән - белгәнен үҙе лә үтәп ҡарағыһы килә. Кем генә булмаһын уҡыусымы ул, студентмы, киң йәмәғәтселек бар көстө туплап, уларҙы алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙан, ауырыуҙарҙан һаҡларға, ҡурсаларға тейешбеҙ. Ғөмүмән, эскелеккә ҡаршы етди көрәшергә кәрәк.


Читайте нас: