ЮХХДИ яҡшы эш башлаған. Төндә макет яҡтыртыла ла икән. Әммә, һәр ваҡыттағыса, быға ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә табылды. Ҡайһы берәүҙәр, ҡараңғы ваҡытта был иғтибарҙы ситкә тайпылдыра, ти. Бәғзеләре, бала сығып килә икән, тип көтөп ултырып, ваҡыттарын әрәм итеүҙәренә зарлана. Ә кемдәрҙер, башҡа ваҡыт ҡарап та тормаясаҡмын, бәрҙереп үтеп китәсәкмен, ти. Минең ҡарашҡа, был битарафлыҡтыр. Йәйәүлеләр үткәүелендә макетмы, йә булмаһа тере кеше торамы, ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә бурыслыһың. Шуны оноторға ярамай.