газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Август 2018, 11:25

Кредит - финанс ҡапҡаны, -

ти РФ Суд приставтары федераль хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының Салауат ҡала суд приставтары бүлеге начальнигы, өлкән суд приставы Руслан Һөйәрембәтов.

Бөгөн Суд приставтары федераль хеҙмәте Рәсәй Федерацияһында иң әһәмиәтле башҡарма власть органы булып ҡала. Уның хеҙмәткәрҙәре алименттарҙы һәм тотҡарланған эш хаҡын түләттереү, төрлө кимәлдәрҙәге бюджеттарҙы тулыландырыу, тәүтик-шереү функцияларын үтәү, суд ҡарары буйынса балаларҙы һәм хөкөмдән ҡасып йөрөүселәрҙе эҙләү, шулай уҡ судтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм рөхсәтһеҙ беҙҙең илдә йәшәгән мигранттарҙы депортациялау кеүек ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә. Салауат суд приставтары бүлегендә 43 хеҙмәткәр эшләй, шуларҙың 21-е суд пристав-башҡарыусы. Уларҙың төп эштәренең береһе - кредит бурысын ҡаплатыу. Үтескә алынған аҡсаны кире ҡайтарыу, коллекторҙарҙың баҫымы хаҡында Руслан Мансур улы гәзит уҡыусыларға аңлатма бирә.

- Беҙҙең илдә кредитһыҙ йәшәүселәр юҡтыр ул. Әүҙем халыҡтың бөтәһе лә тиерлек банктар һәм микрофинанс структураларынан аҡса ала. Һәр кемдең кредит һаҙлығына батҡан, йә иһә бер ике көнгә тип алған аҡсаны кире ҡайтара алмай ыҙаланған танышы йә туғаны бар. Ҡайһы берҙәре хатта бер нисә банкка бурыслы. Граждандар үтескә йәшәргә күнекте. Әммә үҙҙәренә тапшырылған бирәсәкте һәр ваҡыт та дөрөҫ ҡабул итмәй. Ошо «хәүефле төркөм»гә, иртәме һуңмы, төрлө тормош хәлдәренә ҡарамай, бурыстарҙы ҡапларға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа күрә, килеп тыуған проблемаларҙы барыһы ла хәл итә алмай. Туҡтауһыҙ түләүҙәрҙән арыған кеше уны хеҙмәтләндереүҙән баш тарта.

«Тиҙ кредиттар» тәҡдим иткән белдереүҙәрҙе аҙым һайын осратырға мөмкин. Паспорты булған һәр граждан уларҙан «эш хаҡына тиклем» бурысҡа аҡса алып тора ала. Был ойошмалар поручителдәрҙән белешмә, залог талап итмәй. Халыҡҡа тәҡдим ителгән сумма ла күп түгел, уны ҡайтарыу ваҡыты бер аҙнанан бер нисә айға тиклем һуҙыла. Бындай алым ҡала халҡында популярлашҡан һәм уңайлы ла. Тик, кредит килешеүенә ҡул ҡуйыр алдынан, уның шарттарын иғтибар менән уҡырға кәрәк. Айырыуса был сумманы ҡаплай алмаған осраҡта заемщиктың яуаплылығына ҡағыла.

Әгәр ҙә граждан түләүҙәрҙе ваҡы-тында ҡапламаһа, бурыс тиҙ арта. Клиент тарафынан түләү ваҡыты боҙолһа, кредит ойошмаһы үҙҙәренең законлы талабын яҡлап судҡа мөрәжәғәт итә ала.

Салауат ҡалаһының суд приставы бүлеге тарафынан йыл башынан авгусҡа тиклем 278122609,33 һум суммаға кредит түләүҙәрен ҡаплатыу өсөн 3221 башҡарыу документы алынған. Ошо уҡ осорҙа 1408 эш ҡаралған һәм 151453434,68 һум түләттерелгән.

Беҙҙең төп бурыслылар – ябай кешеләр. Юридик шәхестәр, күпселектә, үҙ бурыстары тураһында белгән осраҡта, уларҙы ваҡытында ҡаплатырға тырыша. Шуныһын билдәләргә кәрәк, граждан, башҡарыу эше тураһында ҡарарҙы алғас, бурысын биш эш көнө эсендә түләргә тейеш. Ваҡытында башҡармаһа, бурысы артасаҡ. Суд приставтары урында бурысты түләттерә һәм түләү тураһында квитанция бирә йәки башҡарыусы суд приставына йүнәлтә, бурысты түләү тураһындағы документты күрһәтеүҙе талап итә, йәки бурыслының милкенә арест һалыуы мөмкин. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһынан ваҡытлыса ситкә сығыу, штраф һалыу кеүек саралар ҡаралған. Бынан тыш кредит бурысын түләүҙән баш тартыу факты буйынса суд приставтары РФ-тың Енәйәт кодексының 177-се статьяһына ярашлы бурыслыға енәйәт эшен ҡуҙғата ала. Ундайҙарға 200 мең һумға тиклем штраф, 18 айға тиклем эш хаҡын йәки башҡа килемде тотоп ҡалыу, 480 сәғәткә тиклем мотлаҡ эшкә йәлеп итеү, ике йылға тиклем көсләп эшләтеү, 6 айға тиклем ҡулға алыу, ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.

Әгәр ҙә микрозайм алып, түләнмәгән кредит өсөн һеҙгә коллекторҙар һөжүм итһә, телефондан әрләшһә, милекте боҙһа, законһыҙ ҡылыҡтары тураһында дәлилдәр йыйып суд приставы бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдың 1 ғинуарынан бурысты түләүҙә кисектерелгән ҡаплатыуҙы баш-ҡарған ойошмаларға ҡарата ҡануниәт үҙгәрҙе. Хәҙер юридик шәхестәр дәүләт реестрына ингән ойошмалар ғына коллекторҙар хеҙмәтен башҡара ала. Шулай уҡ Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығында «Ҡыҙыу линия» эшләй. Бөтә граждандар ҙа эш көнөндә иртәнге 9-ҙан киске киске 6-ға тиклем +7(347)273-71-49 телефонына шылтырата ала. Суд приставтары хеҙмәткәрҙәре кисектерелгән бурыстарҙы ҡаплатыу буйынса физик шәхестәрҙең законлы ихтыяжын һәм хоҡуҡтарын яҡлауға ҡағылған һорауҙарға яуап бирәсәк.


Читайте нас: