газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Август 2018, 12:54

Өйләнешкәндә яратышып ҡауышалар ҙа ул...

Бер таныш апай менән һөйләшәбеҙ, ниңә ире менән айырылған, йәшәүе еңелме, юҡмы? Шунда ул «хорошее дело браком не назовут», тине руссалап. Был фекерҙе күптәрҙән ишеткән булды. Ысынлап та, ниңә улай тип атағандар һуң? Баҡтиһәң, рус телендәге никах мәғәнәһендәге «брак» һүҙе «брак - етешһеҙлек, боҙоҡ тауар» тигән мәғәнә менән бер нисек тә бәйле түгел икән. Беҙҙә никахтың мәғәнәһе - өйләнешә торған ике араны шәриғәт менән нығытыу йолаһы һәм өйләнешкәнлекте рәсми рәүештә законлаштырыу тәртибе. Һүҙҙең мәғәнәһе генә никахтың ныҡлығына, ғаиләләрҙең һаҡланып ҡалыныуына тәьҫир итһә икән дә бит. Юҡ шул, эш унда ғына түгел.

Айырылышыу хәҙерге заманда һирәк күренеш түгел. Элегерәк ғаиләләрен тарҡатыусыларҙы йәмәғәт үҙһенмәһә, хатта шелтәләп хөкөм итһә, һуңғы йылдарҙа айырылышыуға ғәҙәти нәмәгә ҡараған кеүек ҡарай башланылар. Хатта бөгөн ҡауышып, иртәгәһенә айырылышҡан парҙар ҙа етерлек. Шуға күрә беҙҙең илдең донъяла айырылышыуҙар һаны буйынса ныҡлы ғына алғы рәттәрҙә килеүенә лә аптырарлыҡ түгел. Статистикаға ышанһаң, әгәр ҙә ун йыл элек һәр өсөнсө никах тарҡалһа, хәҙер һәр икенсе. Мәҫәлән, 2017 йылда Рәсәйҙә 1 миллиондан ашыу кеше законлы никахҡа ингән, 600 меңдән ашыу ғаилә айырылышҡан. Күбеһенсә 5 йылдан 9 йылға тиклем бергә донъя көтөүселәрҙең юлдары айырылған. Ни өсөн ошондай хәлгә ҡалдыҡ? Ниңә яңғыҙаҡтар арта? Ни өсөн меңәрләгән бала тулы ғаиләлә йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм? Ҡайһы бер белгестәр аҡланыу сәбәбен дә таба һала - демографтар тап ошо йылдарҙа егерменсе быуаттың 90-сы йылдарында тыуған егет-ҡыҙҙарҙың өйләнешеүен билдәләй. Ә был йылдарҙа тыуым түбән була, ғаиләләрҙең күбеһе насар йәшәй. Тап ошо уларҙың балаларында сағылып, әлеге йәштәр никахҡа етди ҡарамай, йәнәһе. Әммә дөрөҫөн генә әйткәндә, был Рәсәйҙә айырылышыуҙың күбәйеүенең берҙән-бер сәбәбе түгеллеге көн кеүек асыҡ. Бик күп тапҡырҙар уҙғарылған һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, ғаилә тарҡалыуҙың төп сәбәптәре араһында хыянат, эскелек, наркомания һәм ярлылыҡ алда тора. Шулай уҡ торлаҡ булмау, парҙар араһына туғандарҙың ҡыҫылыуы, бала таба алмау, оҙаҡ айырым йәшәү ҙә сәбәпсе. Һуңғы йылдарҙа тағы ла бер сәбәп көнүҙәккә әйләнде - ул интернетҡа бәйлелек. Парҙарҙың 15 проценты тап ошо арҡала никахын өҙгән. Шуныһы ла ҡыҙыҡ, ғаиләнең тарҡалыуын тотҡарлап торған сәбәптәр ҙә бар икән: күптәр балаларын, дөйөм мөлкәтен бүлешә алмай.

Айырылышыу башланғысы күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙан сыға икән, бигерәк тә йәшерәктәр араһында. Ә бына ирҙәр өлкәнәйә барған һайын икенсе яртыһы менән араларҙы өҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Балалар үҫкән, алименттар ҡурҡытмай, ҡатыны ҡартайған, ә тирә-йүндә матур ҡыҙҙар күп, йәнәһе. Әйткәндәй, тап көслө заттар айырылышҡандан һуң тиҙ арала өйләнә. Ә бына гүзәт заттарға яңынан икенсе яртыһын табыу ҡыйынғараҡ төшә.

Шул уҡ ваҡытта, йола буйынса йәштәрҙең 25 йәшкә тиклем ғаилә ҡороуы ла тарихта ҡала башлай кеүек. 2000 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, 30 йәшлек ир-егеттәрҙең 40 проценты бер тапҡыр ҙа өйләнеп ҡарамаған, ә һәр дүртенсе ҡатын-ҡыҙ кейәүгә сыҡмаған. Былай дауам итһә, ғәҙәти ғаилә ҡороп, ЗАГС-та теркәлеп йәшәү тәжрибәһе бөтөнләй юҡҡа сыҡмаҫмы?..

Ғаиләгә бәйле тағы ла бер һағайтҡан күренеш - рәсми никахлашыу һандары ла кәмей. Хәҙер граждан никахы модаға инә бара. Әммә бындай парҙарҙың юлдары уртаса биш йылдан айырыла икән. «Граждан никахы»нда йәшәүселәр үҙҙәренең был хәлен уңайлы тип иҫәпләй, йәнәһе, йәшәп ҡарайҙар ҙа, оҡшамаһа, икеһе ике яҡҡа китә лә бара. Имеш, мөхәббәт паспорттағы штампҡа ғына бәйле түгел, проблема була ҡалһа, ЗАГС мисәте генә ҡотҡармаясаҡ. Әйткәндәй, Дәүләт Думаһы ултырышында айырым парламентарийҙар Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереп, рәсми теркәлмәй 5 йыл бергә йәшәгән, уртаҡ мөлкәте булған ир менән ҡатынды никахлашҡан, тип иҫәпләргә тәҡдим иткәйне. Әммә депутаттарға ғаилә һанын арттырыу буйынса был башланғыс оҡшаманы. Ысынлап та былай ғына ғаилә һаҡлап ҡалыу мөмкинме - барыбер шикләндерә.

Айырылышыуҙың, ғаилә ҡормауҙың тағы ла бер ҙур проблемаға нигеҙ булыуын да оноторға ярамай. Ғаиләләр булмағас, тыуым да юҡ.

Ғөмүмән, ғаиләгә, уның ҡоролмауына, йәки тарҡалыуына бәйле һорауҙар күп. Тик уларҙы хәл итеү юлдары ғына ҡайҙа икән?

Гөлмирә:

- Ирем ныҡ эсте, иҫереп алһа, ҡул күтәрергә лә аптырап торманы. 10 йыл тирәһе бала хаҡына түҙеп торғандан һуң, бер генә улымды ҡарап үҫтерә алырмын әле тип, айырылышырға ҡарар иттем. Әлбиттә, ике-өс бала табып, матур тормош көтөү хыялы бар ине, әммә яҙмыш шулай килеп сыҡты. Башта фатир алайым, улымды аяҡҡа баҫтырайым тип тырыштым. Йәш үтә торҙо, хәҙер минең йәштә үҙ тиңемде осратыуыма өмөт тә юҡ инде.

Фәнзил:

- Ҡатыным менән матур ғына йәшәй башлаған инек. Улыбыҙ ҙа тыуҙы. Тик ул мин Себергә эшкә киткәндә хыянат иткән. Был хаҡта белеүемде әйткәс, аптырап торманы, ике йәшлек баланы ҡалдырып, һөйәренә сығып китте. Хәҙер улымды яңғыҙым тәрбиәләйем. Өйләнергә ҡатын-ҡыҙҙарға бик ышанысым юҡ.

Сәриә:

- Беренсе ирем менән бер-беребеҙҙе аңлай алмағанлыҡтан, бер туҡтауһыҙ талаштыҡ. Айырылышыуыбыҙға бер ҙә үкенмәйем. Ныҡышып йәшәүебеҙ барыбер яҡшыға алып бармаҫ ине. Һуңынан мине ярты һүҙҙән аңлап торған, мин уның теләген белеп торған кешене осраттым. Ике балабыҙҙың донъяға килеүе ғаиләбеҙҙе тағы нығытты. Кеше бәхетен үҙе ҡоя.


Читайте нас: