газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Июль 2018, 11:07

Яуаплы етәксе. Ысын ир!

Ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килгән балаһына Хәлил тигән исем биргәндә, ата-инәһенә иш, туғандарына ысын дуҫ булһын, тигәндер атаһы, моғайын. Тик, булыр бала бишектән, тиһәләр ҙә, бәләкәйҙән әүәләмәһәң, баланың да ҡырҡҡа төрләнеп китеүе бар. Ата-әсәләре Хәлилгә сабый сағынан уҡ эшһөйәрлек, кешелеклелек, тотанаҡлыҡ кеүек сифаттар һала. Шуға күрә лә ул тырыш, яуаплы, ихтибарлы һәм ихтирамлы булып үҫә.

Хәлил Хәләф улы 1962 йылдың 2 майында Стәрлебаш районының Ибрай ауылында тыуған. Бәрәкәтле Стәрлебаш еренең улы булһа ла, тормошоноң күп өлөшө Салауат ҡалаһы менән бәйле уның. Салауаттағы даны донъяға билдәле комбинаттың нефть эшкәртеү заводында ҙур хеҙмәт мәктәбе үтә ул. Шуға ла беҙҙең ҡала уға яҡын да, ҡәҙерле лә.

- Әсәйем һәр ваҡыт: ”Кешеләргә, Тыуған илеңә кәрәкле булып үҫ, улым, шулай йәшә”, тип өйрәтә ине, - ти Хәлил Рәхимов. – Шуға күрә лә, мәктәпте тамамлап үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡанда мин оҙаҡ уйлап торманым, Өфө нефть институтына юлландым. Институттан һуң Салауатҡа килгәс, Островский урамындағы дөйөм ятаҡта йәшәй башланым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошо ятаҡ минең өсөн Салауат ине. Сөнки иртәнге етелә эшкә китәм, кис һуң ғына ҡайтам. Ял көндәре етһә, ауылға ашығам, сөнки өйҙәгеләргә ярҙам итергә кәрәк: бесән сабырға, мал ҡарарға, утын әҙерләргә. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкәс, ауылдағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр минең өсөн яҡшы таныш. Атайымдың умарталары ла бар ине. Бер ваҡыт шулай үҙҙәре бесәнгә киттеләр, ә мине бәләкәйһең әле тип, өйҙә ҡалдырҙылар. Дүртенсе класты тамамлаған йыл ине ул. Тыныс ҡына өй һаҡсыһы булып йөрөп булманы, ҡорт айырылып сығып, ауыл ситендәге ағас башына ҡунды. Осоп киткәндәрен ҡарап, ауыҙ асып тороп ҡалһам, атай баштан һыйпамаясаҡ. Уның нисек айырылып сыҡҡан бал ҡорттарын йыйғанын күргәнем бар ине, оҙаҡ уйлап тормай, эшкә керештем. Бер яҡтан ҡурҡыныс та, сөнки геүләп торған ҡорттар ҡаяуҙарын ҡаҙаһа, ай-һай, түҙ генә инде. Шулай ҙа башлаған эшемде аҙағына тиклем уңышлы башҡарып сыҡтым. Атайымдар бесәндән ҡайтҡанда, ҡорттар үҙҙәренең яңы ояларын тапҡайны инде.

Көтөлмәгән киҫкен мәлдәрҙә дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеү ана шул ваҡыттан киләлер Хәлил Хәләф улында. Һуңынан хәүефле “Салауатнефтеоргсинтез” предприятиеһында эшләгән йылдарында ла был сифат уға күп тапҡырҙар ярҙам итә.

Кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белгән Хәлил Рәхимов производствола ла һәр нәмәгә ижади тотона. Тап ул эшләгән йылдарҙа мазут соҡорҙарына күмелгән нефть ҡалдыҡтарын утилләштереү проблемаһы ыңғай хәл ителә, яңы ҡоролмалар сафҡа инә.

Тырыш, һәр яҡлап та уңған белгестең хеҙмәтен етәкселәр ҙә күрә. Хәлил Рәхимов РФ-тың Энергетика министрлығының “Почетлы нефтсе” исеменә лайыҡ була. Ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы, иң яҡшы инженер-тәрбиәсе, Бөйөк Петр миҙалы, “Химия индустрияһына индергән эшмәкәрлеге өсөн” ордены менән бүләкләнгән. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ағзаһы.

2007 йылда Хәлил Хәләф улы Рәхимов Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновациялар сәйәсәте министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ләкин, ике айҙа үтмәй, уны Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп һайлайҙар һәм Хәлил Хәләф улына кире тыуған ҡалаһына ҡайтырға тура килә.

Уңайы тура килгәндә Хәлил Хәләф улынан һорап та ҡуйғайным.

- Һеҙҙең хеҙмәт юлығыҙ “Салауатнефтеорг-синтез“ предприятиеһында башланған, бар булмышығыҙ химия сәнәғәте менән бәйле. Ҡала хакимиәте башлығы булыу ул бөтөнләй икенсе йүнәлеш, ҡатмарлы түгелме, – тигәйнем мин уға.

- Әлбиттә оҡшаш яҡтары ла, ҡапма-ҡаршы урындары ла бар, - тип яуап бирҙе ул ваҡытта Рәхимов. – Предприяиела эшләгәндә һәр нәмә төрлө норматив һәм хоҡуҡи акттар менән нығытылған. Бары тик технология серҙәренә генә төшөнөргә һәм уларҙы теүәл үтәргә кәрәк. Ә ҡала менән идара итеү күпкә ҡатмарлы. Сөнки бында көн дә көтөлмәгән хәлдәр сығып ҡына тора. Ҡәтғи схемаларға һәм ҡалыптарға һалып булмай. Ҡала хужалығы – тере организмды хәтерләтә. Бында сәнәғәтте лә, мәҙәниәтте лә, спортты ла, мәғарифты ла, һаулыҡ һаҡлауҙы ла, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһен дә, төҙөлөш тармағын да берҙәй үк белергә, унда барған процесстарҙы аңларға, проблемаларҙы үҙ ваҡытында хәл итергә кәрәк. Ә кешеләргә килгәндә, улар бөтөн ерҙә лә бер, улар менән бары тик кешеләрсә һөйләшергә, көндәлек һорауҙарына яуап бирергә кәрәк. Шул ваҡытта улар ҙа һиңә яҡшы мөнәсәбәттә була.

Үҙегеҙ күрәһегеҙ бит, байтаҡ ҡына яңы объекттар барлыҡҡа килде. Ҡала Ағиҙел яғына ҡарай үҫеш алды. Яңы йорттар, кварталдар төҙөлдө, Салауаттың тышҡы йөҙө матурланды: офистар, сауҙа нөктәләре асылды. Беҙҙең уңған ҡала кешеләренең көсө менән етештерелгән яғыулыҡ ярҙамында космосҡа ракеталар оса, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә барған гигант төҙөлөштәргә Салауат ҡалаһында етештерелгән химия тауарҙары, быяла, төҙөлөш материалдары оҙатыла. Ошо үҙе ғорурлыҡ хистәре уята. Ләкин, әлбиттә, яуаплылыҡ та өҫтәй.

Хәлил Хәләф улының шатлыҡтарын да, борсолоуҙарын да аңлап ҡабул иттем ул саҡта. Сөнки уның ғүмеренең күп өлөшө Салауат менән тығыҙ бәйле. Ҡатыны Әлфиә лә, Стәрлебаш районы ҡыҙы булһа ла, беҙҙең ҡалала эшләне. Бында уларҙың Алина һәм Тимур исемле балалары донъяға килде. Шулай булғас, үҙенең тыуған ҡалаһы, тыуған ере итеп ҡабул итә Хәлил Рәхимов Салауатты.

Әле яңыраҡ бер осрашҡанда, йәнә шул осорға әйләнеп ҡайтып, Хәлил Хәләф улына йәнә бер һорау бирҙем.

- Беҙҙең ҡалала йәшәүселәрҙең, ғөмүмән, Салауаттың яҙмышы һеҙҙең өсөн сит түгел. Ҡанығыҙға һеңгән. Киләсәктә ҡалабыҙҙы яҡшыртыу, салауаттарҙың йәшәйешен еңеләйтеү теләге юҡмы һеҙҙә?

- Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән йылдарҙа республикала беренселәрҙән булып миңә, Башҡортостан хөкүмәте ярҙамы менән, күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт эшләү, авария хәлендәге өйҙәрҙә йәшәүселәрҙе яңыларына күсереү кеүек социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙы башларға насип булды. 2008 йылда “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамын үткәрҙек. Салауат химия комбинатының алтмыш йыллыҡ юбилейы тантаналарын үткәреүҙе лә күптәр хәтерләйҙәрҙер әле. “Родина” кинотеатрын тарихи-тыуған яҡлы өйрәнеү музейы итеп үҙгәрттек. Урындағы эшҡыуарҙар ярҙамы менән ”Башҡортостан көньяғы” бизнес үҙәген астыҡ.

Һуңынан да БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновациялар сәйәсәте министрлығында эшләгәндә, Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән, ҡаланың энергетика тармағының эшен яҡшыртыу йәһәтенән күп нәмәләр башҡарҙыҡ.

Бөгөн ҡалала ҙур ыңғай үҙәрештәр бара. Ҡала етәкселәре ете-һигеҙ йыл элек хәл ителмәй ятҡан күп проблемаларҙы хәл итеүгә иреште. Салауат ҡалаһы, кеше башына тура килгән инвестициялар буйынса республикабыҙҙа лидерҙар иҫәбендә. Минең бөгөнгө эшмәкәрлегем, әлбиттә, тәү ҡарашҡа Салауат менән туранан-тура бәйләнмәгән кеүек. Әммә, уңайы тура килгән һайын мин тыуған ҡалама, уның кешеләренә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Һәм ундай мөмкинселек булғанға хаҡлы рәүештә ғорурланам, - тип яуап бирҙе Рәхимов.

Үҙ республикаһы, үҙ тыуған ҡалаһы, туған халҡы өсөн янған етәксенең яуабы буды ул. Ысын ирҙәр яуабы булды.


Читайте нас: