газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Июль 2018, 11:12

«Тыуған ҡаламдың парктары һәм аллеялары»

Салауат ҡалаһында матур йолалар барлыҡҡа килеп тора. Быға тиклем «Салауат ихаталары» ҡаланың төрлө биҫтәләрендә гөрләп үтте. Хәҙер бына тағы ла бер матур байрам өҫтәлде - ул «Тыуған ҡаламдың парктары һәм аллеялары». Салауаттарҙы берләштереүҙе, мәҙәни сараларға йәлеп итеүҙе, ялдарын файҙалы һәм күңелле ойоштороуҙы күҙ уңында тотҡан сара халыҡ тарафынан хуплап ҡабул ителде.

Салауатта һуңғы йылдарҙа парк, аллея һәм скверҙарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә. «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте бер нисә йыл элек ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркын тулыһынса яңыртып халыҡҡа бүләк иткәйне. Унан алда Батыр аллеяһы ла матурланды. Былтыр «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә артындағы аллеяны төҙөкләндереп файҙаланыуға тапшырҙылар. Быйыл «Октябрь» кинотеатры артындағы скверҙа ремонт эштәре бара. Ғөмүмән, салауаттарға мәҙәни һәм актив ял өсөн йылдан-йыл яҡшы шарттар булдырырға тырышалар. «Тыуған ҡаламдың парктары һәм аллеялары» ана шул матурлыҡты күреп, йәйен ялды бергә һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреү өсөн ойошторолған сараларҙың береһе. Байрам ҡалала һәр кесаҙна һайын үтә. Уның тәүгеһе «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге артындағы аллеяла булды.

Ғәҙәттәгесә, байрамды «Ағиҙел» үҙәгенең үҙешмәкәр коллективтары асып ебәрҙе. Шулай уҡ байрамдың концерт программаһын музыка колледжы һәм башҡа һәүәҫкәрҙәрҙең сығыштары биҙәне. Бынан тыш, халыҡты уйындар, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары көтә ине.

Был көндө тантаналы рәүештә тиҫтәләгән ғаиләгә ер участкалары биреү тураһында ҡала хакимиәтенең ҡарарҙары тапшырылды. Улар араһында күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр бар. Күптәре бөгөн үк унда үҙ йорттарын һалыу, хужалыҡтарын алып барыу һәм ишле ғаиләләре менән дуҫ, татыу йәшәйәсәктәрен хәл итеп ҡуйған. Иң мөһиме улар был байрамдан бик ҡәнәғәт ҡайтып китте. Әйткәндәй, улар ғына түгел, башҡа йыйылыусылар ҙа саранан күтәренке кәйеф, күңелдәренә илһам, дәрт алып таралышты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Тыуған ҡаламдың парктары һәм аллеялары» 19 июлдә башланып 16 авгусҡа тиклем бара. 2 августа ул тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 9 августа Пушкин һәм 16 августа ҡаланың мәҙәни һәм ял парктарында үтә.


Читайте нас: