Хөкүмәт ниңә пенсия йәшен күтәреү аҙымына бара һуң? Бының төп сәбәбе - илдәге хеҙмәт ресурстарына бәйле хәлдең көсөргәнешле булыуы, йәғни эшләп йөрөүсе кешеләр әҙәйә, пенсионерҙар күбәйә. Премьер-министр Дмитрий Медведев әйтеүенсә, был пенсия системаһының ҡаҡшауына алып килеүе, хатта дәүләт үҙенең социаль йөкләмәләрен үтәй алмаҫлыҡ хәлгә еткереүе мөмкин. Тик пенсия йәшен күтәреп кенә хаҡлы ялдағыларҙың яҡшы йәшәү кимәлен тәьмин итеп була, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ул. 1970 йылда беҙҙең илдә бер пенсионерға 3,7 эшкә һәләтле граждан тура килһә, 2019 йылға был күрһәткес 2 кешегә, 2044 йылға тиклем 1,5 кешегә тиклем ҡыҫҡарасаҡ. Ошо демографик һәм иҡтисади шарттарҙа хаҡлы ялдағыларға лайыҡлы пенсияны түләү мөмкин булмаясаҡ, тип белдерә белгестәр. Пенсия йәшен күтәреү менән хаҡлы ялдағыларға түләүҙе йыл һайын 1 мең һумға арттырыу планлаштырыла.
Быға тиклем ғәмәлдә булған пенсия системаһының ҡайһы бер ҡағиҙәләре 30-сы, ҡайһы бер ҡағиҙәләре 50-60-сы йылдарҙа ҡабул ителгән. Ул ваҡыттан алып ғүмер оҙайлылығы 30 йылға тиклем артҡан. Бынан тыш, көнкүреш һәм хеҙмәт шарттары ла яҡшырған. Бөгөн ғүмер оҙонлоғо 73 йәшкә тиң. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдарына ярашлы, 2030 йылға был күрһәткес 80 йәшкә тиклем етергә тейеш.
Әлеге ваҡытта беҙҙең илдә ҡатын-ҡыҙҙар - 55, ир-аттар 60 йәштә пенсияға сыға. 2019 йылдан башланасаҡ яңы реформаның күсеү осоро ярайһы оҙон. Ул 2028 йылда ир-аттарға 65 йәштә һәм 2034 йылда ҡатын-ҡыҙҙарға 63 йәштә хаҡлы ялға сығыу менән тамамланасаҡ. Йәш йыл һайын яртышар йылға арттырыласаҡ. Беренсе арттырыуы 1959 йылғы ирҙәргә һәм 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Улар 2020 йылда пенсияға сыға аласаҡ, уларға 61 һәм 56 йәш буласаҡ. Артабан - 2022 йылда 1960 йылғы ирҙәр, 1965 йылғы ҡатындар пенсияға сыға (уларға 62 һәм 57 йәш тулғанда). Һәм артабан ошо схема буйынса 2028 һәм 2034 йылдарға тиклем.
Алдан сығыуға хоҡуғы булған ҡайһы бер категория граждандарының да пенсия йәше арттырыласаҡ. Мәҫәлән, Алыҫ Себерҙә эшләп йөрөүселәргә - 55 (ҡатын-ҡыҙҙар) һәм 60 (ир-егеттәр) йәштән хаҡлы ялға сығыу хоҡуғы бирелә.
Хаҡлы ялға сыҡҡандарға реформа ҡағылмай. Шулай уҡ биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләрҙең, зарарлы һәм хәүефле производствола эшләгәндәрҙең, беренсе төркөм күҙ ауы-рыуҙары һәм хәрби травма алған инвалид-тар, бала саҡтан инвалидтар, чернобылсе-ләр һәм башҡа категория граждандарҙың ваҡытынан алда сығыу буйынса пенсия-ларына льготалар һаҡланасаҡ. 40 һәм 45 йыл эшләгәндәр (ҡатындар һәм ирҙәр) ялға ике йылға алдараҡ китәсәк.
Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова:
- Пенсия йәшен әкренләп күтәреү - иҡтисади аҡланған сара. Элекке йәш - 55 һәм 60 - уҙған йөҙйыллыҡтың 20-се йылдары аҙағында ҡабул ителгән, ул саҡта ғүмер оҙонлоғо 43 йәш тәшкил иткән! Уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәшкә еткәндә, пенсионер йәше артыуы дөрөҫ. Әле пенсионерҙарҙың күбеһе хаҡлы ялға сыҡҡас та эшен ташламай. Әүҙем оҙон ғүмер һәм уға йүнәлтелгән стратегия көнүҙәк темаға әүерелде. Яңы реформа ҡабул ителеү менән эш биреүселәр, предприятиеларҙа квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡлап, “йәшерәк” хеҙмәткәрҙәр эҙләмәйәсәк. РФ Премьер-министры ҡушыуы буйынса, эшкә бер ҡаршылыҡһыҙ урынлаштырыуҙы РФ Роструды күҙәтәсәк.
Беҙ башҡа илдәрҙә пенсияға бәйле үҙгәрештәр ҡасан һәм нисек булыуын да ҡарап сыҡтыҡ. Һуңғы йылдарҙа пенсия йәше күп кенә илдәрҙә күтәрелә башлаған. Төп сәбәптәрҙең береһе - беҙҙәге кеүек үк донъя көрсөгө һәм халыҡтың ҡартайыуы, йәғни оло быуын вәкилдәренең күбәйеүе. Пенсия йәше буйынса рекордсмен тип Австралияны әйтергә була. Унда хаҡлы ялға сығыу ваҡытын 66,5 йәштән 70 йәшкә тиклем күтәрәләр. Быны улар былтыр эшләй башлаған һәм реформаны 2036 йылға тамамларға уйлайҙар. Башҡа илдәр араһында 70-кә тиклем күтәргәндәр булмаһа ла, 67-68 йәшкә ҡәҙәр арттыра башлаусылар байтаҡ.
Бөйөк Британияла ла бөгөн этаплап пенсия йәшен арттыралар. 2018-2020 йылдарҙа ул - 66 һәм 2044-2046 йылдарҙа 68 йәшкә етәсәк.
СССР-ҙың элекке республикаларында хәл нисек һуң? Уларҙың барыһында ла тиерлек 1990 йылдан һуң пенсия йәше арттырылған йә иһә әлеге ваҡытта күтәрелә. Әрмәнстанда ул бөтәһе өсөн дә бер төрлө - 63 йәш. Тажикистан һәм Ҡырғыҙстанда хаҡлы ялға ир-аттар - 58-ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар 63-тә сыға. Белоруссияла 2017 йылдан алып пенсия йәше алты ай һайын күтәрелеп килә, ул 63 һәм 58 йәшкә етергә тейеш.
Социаль һорашыуҙар күрһәтеүенсә, рәсәйҙәр араһында яңы реформаны һағайып та, хуплап та ҡабул итеүселәр бар. Яңы үҙгәрештәр нәмә килтерер - уныһын ваҡыт күрһәтер.