газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Июль 2018, 11:10

Беренсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре

Аҙна башында ҡала хакимиәтендә киңәйтелгән кәңәшмә үтте. Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилма-нов депутаттарҙы, предприятие, ойошма етәкселәрен, йәмәғәтселек вәкилдәрен Салауаттың 2018 йылдың тәүге ярты йыллығындағы социаль-иҡтисади үҫеше менән таныштырҙы.

Быйылғы алты ай эсендә етештерелгән тауар, башҡарылған хеҙмәт күләме 135,4 млрд һум тәшкил иткән, 2017 йылдың ошо уҡ арауығы менән сағыштырғанда, үҫеш 118,4 процент. Был күрһәткес буйынса ҡала йылдың-йылы үҫеш һаҡлап килә.

Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә күләмдең әҙерәккә кәмеүе һиҙелә. Йыл башынан алып 10250 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, былтырғыға ҡарата 85,3 процент.

- Был хәл 6-сы һәм 8-се микрорайондарҙа инженер селтәрҙәрен төҙөүгә республиканан финанслау булмауға бәйле. Шуға ҡарамаҫтан, был тармаҡҡа яуаплы урынбаҫар алдында хәлде көйгә һалыу һәм быға тиклем һаҡланып килгән темпты ҡайтарыу бурысы тора, - тине Фәрит Фәррәх улы. - Иҫкә төшөрһәк, 2011 йылдан алып 2017 йылға тиклем файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме ҡалала 2,5 тапҡырға артҡайны. Бынан тыш, был ваҡыт эсендә беҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булғандар һанын кәметеүгә ирештек. Әгәр 2011 йылда иҫәптә 1097 кеше торһа, 2017 йылда - 703 һәм бөгөн 654 кеше. Мәсьәләне хәл итеүгә льготалы граждандарға ер участкаларын биреү ҙә булышлыҡ итә. 2013 йылдан алып ергә хоҡуҡ тураһында 759 ҡарар тапшырылды.

Салауатта эшһеҙлек кимәле түбәнәйә бара. Предприятие һәм ойошмаларҙа хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс юҡ. Уларҙа ғинуар-май айҙарында уртаса эш хаҡы номиналь рәүештә 6,9 процентҡа артып, 38426 һум тәшкил иткән.

2018 йылдың 5 айы эсендә 31 эре һәм урта предприятие 9 млрд һум килем алған, 20 предприятие 615,2 млн һумлыҡ зыян менән эшләгән.

Ҡала бюджеты алты ай эсендә 1 214 млн һумға тулыланған, ул йыллыҡ пландың 49,8 процентын тәшкил итә. Килемдең төп сығанаҡтары - ул физик шәхестәрҙең килеменә һалым, милек һалымы, дөйөм килемгә һалым, муниципаль милектәге мөлкәтте ҡулланыуҙан килгән килемдәр.

Ғәҙәттәгесә сығымдар социаль өлкәнең мәғариф, мәҙәниәт, спорт, социаль сәйәсәт кеүек өҫтөнлөклө тармаҡтарға йүнәлтелә. Дөйөм алғанда, сығымдар 900,3 млн һумға тиң. Уның, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 57,2 млн һумға артығыраҡ булыуы бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуы менән бәйле. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе ихтыяждарына 62,1 млн һум бүленгән.

- Ҡала хакимиәте бюджет сы-ғымдарын оптималләштереү, һөҙөм-тәһеҙ сығымдарҙы кәметеү, килемде арттырыу планын үтәп килә. 2018 йылға иҡтисади һөҙөмтәлелек 110,3 млн һум тип раҫланған. Ярты йыл эсендә ул 70,3 процентҡа, шул иҫәптә килем буйынса - 58, сығымдар буйынса 83,3 процентҡа башҡарылған. Йыл аҙағына тиклем күрһәткестәр тигеҙләнер тип иҫәп тотабыҙ. Һис һүҙһеҙ, ҡала бюджеты килеменең йылдан-йыл артыуы ыңғай күренеш икәнен билдәләп үтмәй булмай. 2011 йылдан 2017 йылға тиклем ул 32,5 порцентҡа үҫкән, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды үҙенең сығышында ҡала башлығы.

Һуңғы ике йыл эсендә төҙөкләндереү буйынса төрлө финанслау проекттарында ҡатнашыу ҡала халҡы өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыуҙың иң һөҙөмтәле ысулына әйләнде. Фәрит Фәррәх улы ҡалала урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы буйынса актив эш алып барылыуын да юғары баһаланы. 2018 йылда был программа буйынса беҙҙең ҡаланан финалға 7 объект үткән. Уларҙа төҙөкләндереү, ремонт эштәре башҡарыласаҡ. «Ҡала мөхите» проекты сиктәрендә «Октябрь» кинотеатры артындағы скверҙы һәм ҡала дауаханаһы алдындағы биләмәне төҙөкләндереү планлаштырылған. Бынан тыш, тормош тәьминәте буйынса урынбаҫарға, муниципаль милектәге хужаһыҙ объекттарҙы рәсмиләштереүҙе даими контролдә тоторға кәрәк, тине хакимиәт башлығы.

2018 йылға ҡалала 60 күп фатирлы йортта капиталь ремонт башҡарыу ҡаралған. Бының өсөн 243 млн тотоноласаҡ. Ремонт эштәренә лифттарҙы алыштырыу, йылылыҡ, электр энергияһы системаларын, ҡыйыҡтарҙы, фасадтарҙы ремонтлау ингән. 1 июлгә ҡарата 6 йортта эштәр тамамланған, 29-ында башҡарыла.

- Быйыл беҙ юл хужалығы һәм төҙөкләндереү буйынса ҡыҙыу эштәрҙе дауам иттек, - тип билдәләне үҙенең докладында Фәрит Ғилманов. - Бөгөнгө көнгә 13,3 км оҙонлоғондағы юлда 80,5 млн һумлыҡ суммаға ағымдағы ремонт эштәре алып барыла. 2011 йылдан 2017 йылға тиклем 700 мең квадрат метр юл төҙөкләндерелгән, ошо арҡала Салауат дөйөм халыҡ фронты рейтингында иң яҡшы унау иҫәбенә инде.

Ҡала һиҙелерлек яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Салауат халҡының теләктәрен тормошҡа ашырыу юлдарын табырға тырышабыҙ. Шулай ҡаланың 70 йыллығына С.Юлаев бульварындағы биләмә төҙөкләндерелде, ошонда уҡ фонтан асылды. «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте ярҙамы менән паркта фонтан булдырылды. Хәҙер беҙҙең дөйөм бурыс - буш ваҡытты үткәреү инфраструктураһын үҫтереү генә түгел, булдырылған матурлыҡты һаҡлау ҙа, - тине ҡала башлығы.

Уның һүҙҙәре буйынса, ҡалала бизнесты үҫтереүгә шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бирелә. Йыл башынан алып 3 ваҡлап һатыу, 3 йәмәғәт туҡланыу, 1 халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү объекттары сафҡа ингән. Ҡала хакимиәте эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында йүнселдәргә ташламалар бирә, субсидиялар менән ярҙам итә. 1 июлгә ҡарата Салауатта 3857 кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән.

- Беҙ ярты йыллыҡты ҡаланың юбилейын билдәләү менән тамамланыҡ. Был байрамды ойоштороуҙа бөтәһе лә тырышып эшләне. Бигерәк тә мәҙәниәт учреждениелары сараларҙы юғары кимәлдә уҙғарҙы. Салауат спорт ҡалаһы булып иҫәпләнһә, бөгөн беҙ уны тулы ышаныс менән шулай уҡ мәҙәниәт ҡалаһы ла тип әйтә алабыҙ, - тип баһаланы байрам сараларын Фәрит Фәррәх улы.

Ғөмүмән алғанда, йыл һайын мәҙәни саралар һаны арта. Беренсе ярты йыллыҡта ғына 1200 сара уҙғарылған, уларҙа 71 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Спорт өлкәһендә лә салауаттарҙың тормошо юғары кимәлдә. Ярты йыл эсендә спорт сараларында 47 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. 6 Рәсәй мастеры, 21 спорт мастерына кандидат, 28 беренсе разрядлы спортсы әҙерләнгән. Алты ай эсендә Салауат спортсылары халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика ярыштарында 529 призлы урын алған.

13 меңдән ашыу йәштәр төрлө сараларға йәлеп ителгән. «Һалдат йыры», спелеотуризм буйынса ярыштар, призывник көнө, йәштәргә эш, ВИЧ-ҡа, СПИД-ҡа, наркотиктарға ҡаршы төрлө акциялар, йыйыштырыу өмәләре һәм башҡаларҙа уҡыусылар һәм студенттар активлыҡ күрһәткән. Сараларҙы ойоштороуға һәм үткәреүгә ҡаланың ирекмәндәре ҙур өлөш индерә.

Ҡалала демография хәлен яҡшыртыу өсөн дә байтаҡ эштәр башҡарыла. Ҡала дауаханаһы төҙөлөп бөттө, ул иң яңы медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Яҡын киләсәктә 17/20 үҙәге капиталь ремонтланасаҡ. Бала табыу йортон перинаталь үҙәккә әйләндереү буйынса эштәр тулы ҡеүәттә бара. Матди-техник база яҡшырһа ла, ҡалала демография хәле алты ай эсендә яҡшы һөҙөмтә менән шатландырмай. Үлем тыуымға ҡарағанда артығыраҡ. 2018 йыл башынан ҡалала 736 бала тыуған, ә былтыр ошо уҡ арауыҡта 764 сабый донъяға килгән булған. Вафат булыусылар һаны ла былтырғыға ҡарғанда 13-кә күбәрәк. Медицина учреждениеларында белгестәр етмәү, онкология ауырыуҙарынан үлем осраҡтарының артыуы проблемалары борсоуға һала. Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов ҡала дауаханаһы етәксеһенә мөрәжәғәт итеп, ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын табырға кәрәк, тине.

- Рәсәй Президентының Май указдары демография һорауын хәл итеүҙе һәм ғүмер оҙайлығын арттырыуҙы төп бурыс итеп ҡуя. Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә кешеләрҙең тормош сифатын һәм именлеген тәьмин итеүҙә тейешле кимәлгә ирешергә бурыслыбыҙ, тип белдерҙе. Һәм беҙ ошо бурыстарҙы үтәргә тейеш, - тине Фәрит Фәррәх улы.

2018 йыл башынан алып ҡала хакимиәте башлығы һәм уның урынбаҫарҙары 179 кешене ҡабул иткән. Бынан тыш, яҙма мөрәжәғәттәр ҙә булған. Улар араһында башлыса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, иҡтисад һәм социаль өлкәгә бәйле һорауҙар өҫтөнлөк итә. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе буйынса ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителгән.

Үҙенең сығышы аҙағында ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға Сала-уаттың үҫешенә йүнәлтелгән эштә берҙәмлек, күләмле сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Тап ошо уңайҙан бер төркөм салауаттарға республика министрлыҡтарының һәм ҡала хакимиәтенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Читайте нас: