Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Июль 2018, 13:55

Сумабыҙ, йөҙәбеҙ, рәхәтләнеп һыу инәбеҙ!

Ял көндәрен һәр кем көтөп ала. Беҙ ҙә шәкшәмбе ғаиләбеҙ менән Ағиҙел буйына һыу инергә юлландыҡ. Көн аяҙ, сағыу ҡояш нурҙары күңелле ялға дәртләндереп кенә тора.

Төшкә ҡарай ҡала пляжы янына килеп еттек. Кеше әллә ни күп түгел. Быйыл һыу инә торған урын танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Кешеләргә рәхәтләнеп ял итеү өсөн барлыҡ уңайлылыҡтар булдырылған. Балалар өсөн ҡомда уйнап алырға майҙансыҡ, ҡыйыҡлы өҫтәл-эскәмйәләр, сүп-сар ташлар өсөн һауыттар урынлаштырылған. Спорт, сәләмәт тормошто үҙ итеүселәр теннис, волейбол, футбол майҙансыҡтарын бер ваҡытта ла буш тотмай, йәше-ҡарты шул тирәлә урала. Тән йәрәхәттәре алмаҫ өсөн ергә ҡом түшәлгән. Волейбол уйнап йөрөгән ике егет Денис һәм Артем көн дә тиерлек пляжға килә икән.

- Бында бөтә уңайлыҡтар бар. Беҙгә бик оҡшай. Бер-ике сәғәт туп тибербеҙ ҙә, аҙаҡ һыу инеп килербеҙ тип торабыҙ, - ти студенттар.

Велосипедта йөрөүселәр ҙә күренгеләй, улар өсөн махсус парковка урындары булдырылған. Бадментон, армреслинг менән шөғөлләнеү-селәргә ҡорамалдар, турниктар, тренажерҙар ҙа бар. Һыу инеү, пляжды таҙа тотоу ҡағиҙәләре менән стендтар ҙа эленеп ҡуйылған. Пляжда видеокүҙәтеү ситемаһы урынлаштырылған. Шулай уҡ һалҡын эсәр һыулы ҡойо, 50-70 автомобиль һыйыр-лыҡ парковкаһы ла бар.

Тик бөтә шарттар менән тәьмин ителгән пляж булды-рылһа ла, башҡа урындарҙа ла һыу инеүселәр юҡ түгел. Ағиҙел аша күперҙән сығып йылғаның икенсе ярында ял итеүселәр, һыу инеүселәр мәж килә. Шул тирәлә урала торғас, танышым Ританы осраттым. Унан ниңә был урында һыу инеүе хаҡында һорайым.

- Йыл да бында ғаиләбеҙ менән килеп ял итәбеҙ, күне-гелгән. Ҡала пляжында һәр ваҡыт кеше күп, ә бында ҡом да, ташы ла бар, урын да етерлек, - тип яуап бирҙе ул.

Ҡала пляжының уң яғында, ағаслыҡтар янында ла, һыу инеүселәр бар. Был ерҙе инде күләгә, ышыҡ яратыусылар үҙ иткән. Шешлек бешереүселәр, “ҡырын төшөрөп алғандар” ҙа осрай. Улар балалары алдында нимә генә ҡыланмай. Алама һүҙҙәр менән бер-береһенә ҡысҡыра, сабыйҙары алдында тәмәке көйрәтә, һыра һемерә.

Мин үҙем бәләкәй балалар менән килгәс, бөтә уңайлы шарттар ҙа булһын тип, ҡотҡарыусылар бинаһы янында урынлашҡан түләүле “Аҡ йылға“ пляжына килдем. Өс төрлө бассейны, батуты, кейенеү-сисенеү урыны, бәҙрәфе, ашап алыу һәм ял итеү өсөн бөтә мөмкинлектәре булған был урын беҙгә бик оҡшаны. Балаларҙың да күңеле булды. Көн оҙоно һыу инеп, ҡыҙынып ҡайтып киттек.

Кискә табан йылға буйынан ҡайтырға сыҡҡан халыҡ ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә ине.

Гәзит уҡыусыларын тағы ла бер тапҡыр иҫкәртке килә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы кешеләргә рәсми һыу инеү урындарында ғына ял итергә кәңәш итә. Батып үлеү осраҡтары көн һайын тиерлек булып тора. Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикала 29 кеше батып үлгән. Башҡортостанда әле 75 рәсми ҡомлоҡ эшләп килә, Салауатта ул тик берәү. Уларҙа ҡотҡарыусылар дежур итә, Салауат пляжында көн дә ике ҡотҡарыусы-янғын һүндереүсе ҡарауылда. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡала халҡын һыуҙа һәм һыу ятҡылы-ғы эргәһендә бөтә һаҡлыҡ сараларын һәм үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.

Йыһазландырылмаған һәм тыйылған һыу ятҡылыҡтарында һыу инеү; эскән килеш һыуға төшөү; яңғыҙ, өлкәндәрҙең контроленән тыш, балаларҙың һыу инеүе һәм һыу ятҡылығы янында булыуы; өрөп тултырмалы матрас, автомобиль камералары кеүек һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән саралар ҡулланыу тыйыла.


Читайте нас: