газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Июнь 2018, 12:50

Ғәйеплене эҙләмәйек, үҙебеҙ абай булайыҡ

Уҙған аҙна ваҡиғаларға байлығы менән үҙенә йәлеп итте. Ил кимәлендә иғтибар үҙәгендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың инде традицияға әйләнгән халыҡ менән тура бәйләнеше булды. Беҙҙең республика халҡы өсөн әлеге мәлдә яҙғы сәсеү эштәре тамамланғандан һуң үткәрелгән һабантуйҙар осоро. Был да мөһим ваҡиға, сөнки киләһе йылдың уңышы бөгөн һалына. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигән боронғолар.

Салауат башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә ойошторолған ата-әсәләр комиссияһы үҙенең актив эш алып барыуы менән һөйөндөрә. Йома көндө ҡала мәғариф идаралығында башҡорт телен уҡытыуға ҡағылышлы кәңәшмә үтте. Уның эшендә ҡала мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина, белгестәр, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәкселеге, “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ишбулат Иҫәнбаев, ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Фәнүр Байрамғолов ҡатнашты.

Урыны-урыны менән ҡыҙыу бәхәскә әйләнгән кәңәшмә, дөйөм алғанда, эшлекле шарттарҙа уҙҙы. Сарала башҡорт телен уҡытыу, башҡорт мөхитен булдырыу, ҡаланың тышҡы йөҙөн биҙәүҙә милли рухты үҫтереү йәһәтенән төрлө саралар үткәреү, киләсәк быуынды ата-олатайҙарыбыҙҙан ҡалған изге йолаларға таянып тәрбиәләү кеүек һорауҙар ҡаралды. Ошо мәсьәләләр буйынса юл картаһының проекты ҡабул ителде.

Ләкин бер нәмә һағайта ла, хафаландыра ла: ҡала мәктәптәрендә башҡорт милләтле 2606 бала уҡый. Бөгөн шуларҙың 47,5 проценты ғына туған телен өйрәнә. Проценттарҙы һандарға әйләндерһәк, тимәк, 1237 башҡорт балаһы әсә телен уҡый. Урынлы һорау тыуа: ә ҡалған 1369 уҡыусы ни өсөн башҡорт теленә битараф? Хәйер, был әле аҡты ҡаранан айырмаған баланың бәләһеме икән? Миңә ҡалһа, юҡ. Был ата-әсәләрҙең намыҫында. Көсләп астырған күҙҙең нуры булмаған кеүек, көс ҡулланып ҡына телде уҡытып булмай. Телгә булған һөйөү, милли рухыбыҙға тоғролоҡ – ул ғаиләлә һалынырға тейеш. Бары шул ваҡытта ғына телебеҙгә берәү ҙә янай алмаясаҡ.

Мәктәптәрҙә телде уҡытыуға ҡаршы булған директорҙар, уҡытыусылар, хатта шулар араһында башҡорт теле уҡытыусыларының барлығы ла йәнә бер киҙеү. Быныһы инде былтыр яңы уҡый йылы алдынан Мәскәүҙән килгән бәхәсле күрһәтмәнең бәләһе. Хәтерегеҙҙә булһа, шул күрһәтмәгә таянып, прокуратура хеҙмәткәрҙәре белем усаҡтарында ҡаты тикшереүҙәр үткәрҙе. Шул юҫыҡта хәбәрҙар булған кешеләрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, хатта улар тарафынан провокацияларға ла, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә, уҡыусыларға ҡарата баҫымдарға ла юл ҡуйылды шикелле. Шундай шөбһәле мәлдә баҙап ҡалғандар ҙа, ҡурҡҡандар ҙа булғандыр, моғайын. Күрәләтә шатланып, һауаға бүрек сойорғотҡан әҙәмдәр ҙә табылды. Хәҙер килеп, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары туған телдәрҙе ата-әсәләрҙең теләге буйынса уҡытыуҙы законлаштырған документты тәүге уҡыуға сығармаҡсы. Әгәр ул ҡабул ителһә, мин юғарыла телгә алған башҡорт телен уҡымаған 1369 башҡорт балаһына йәнә яңылары өҫтәлмәҫме икән?

Ни сәсһәк, шуны урасаҡбыҙ, туғандар.


Читайте нас: