газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Июнь 2018, 12:45

Тура бәйләнеш - яҡшы яҡҡа әйләнеш

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың халыҡ менән тура бәйләнеше күптәрҙә ике төрлө фекер уятты шикелле.

Сара башланыу менән телевизор ҡараусылар был етди һөйләшеүҙең формаһына иғтибар иткәндер: быға ҡәҙәре булған 15 саралағы кеүек ҙур аудитория йыйылмағайны, тура бәйлә-неш барған саҡта уҡ ил башлығының төбәк етәкселәрен, федераль министр-ҙарҙы халыҡ хөкөмөнә сығарып, яуапҡа тотоуы ла яңылыҡ тип ҡабул ителде.

Мине, илебеҙҙең ябай гражданын, йылдан-йыл ҡабатланып торған бер үк һорауҙарҙың яңғырауы борсоуға һалды. Шул уҡ күмәк балалы ғаиләләргә ер бирмәү, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге етешһеҙлектәр, сүп-сар түгеү урындары булмау, хаҡтарҙың артыуы, пенсия йәшенең үҙгәреү-үҙгәрмәүе. Ошоларҙан сығып мин үҙем өсөн, тимәк, дәүләт етәксеһенең күрһәтмәләре тулыһынса үтәлмәй, тигән һығымта яһаным.

Рәсәй тигән иҫ киткес ҙур дәүләт менән етәкселек итеүе, ай-һай, еңел түгелдер. Ләкин әле тегендә, әле бында төбәк етәкселәренең мутлыҡтары, федераль министрҙарҙың ҡаҙнаны үҙ кеҫәләре менән бутауын ишетәһең дә, хайран ҡалаһың. Астың хәлен туҡ белмәй. Үҙ мәнфәғәттәрен алғы планға һөргән чиновниктар ябай халыҡтың хәстәре менән яна буламы? Төкөрҙө ул һиңә. Әле мин эре чиновниктарға ғына туҡталып киттем, ә һанай китһәң, урта звенола, унан түбәнерәк күпме ундай ҡомһоҙ ҡомаҡтар.

Әгәр власть органдарында ултырған, ҙур урын биләйме ул, әллә бәләкәйме, һәр бер етәксе, халыҡ тарафынан һайланған һәр бер депутат үҙенә йөкмәтелгән бурысты, Путиндың әйткәнен көтөп ултырмай, намыҫ менән башҡарһа, йылдың-йылы бер үк һорауҙар ҡабатланыр инеме икән?


Читайте нас: