15 июндә мосолман донъяһы изге Рамаҙан айын теүәлләне, барлыҡ мәсеттәрҙә аҙан тауыштары яңғыраны, Ураҙа ғәйеттәре уҙғарылды. Беҙ иһә, ҡәләм тирбәлтеүселәр, уҙған аҙнала Ҡариҙел районында ойошторолған республика журналистарының фестиваленә барып, оло тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Алыҫ ара үтеп йонсоһаҡ та, беҙ үҙебеҙҙең милли батырыбыҙҙы онотманыҡ, ә тыуған ҡалабыҙға аяҡ баҫыу менән Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскәләр һалырға ашыҡтыҡ. Батырыбыҙ ҙа рухташтарын тулҡынланып көткән ахырыһы, беҙ күренеү менән уның таш һыны яҡтырып киткәндәй булды. Ә батыр рухына арнап шиғырҙар ҙа уҡып ишеттергәс, көн асылып, ергә ҡояш көлтә-көлтә нурҙарын һибеп ебәрҙе.