Һатып алыусылары ла етерлек булды. Сөнки уны ҡуймаған өсөн штраф сәпәргә күп һораманылар. Алыпһатарҙар 20-30 һумлыҡ нәмәне икеләтә, өсләтә, хатта бишләтә арттырып сауҙа иттеләр. Арзанға алып, ҡиммәткә осорҙолар. Үҙ хаҡы 5-7 һум ғына. Күңелде ҡырғаны тағы шул, билдәнең бөтә яғы ла 20-шәр см булырға тейеш тигән талап ҡуйҙылар. Ә башта өндәшмәнеләр. Һөҙөмтәлә, ҙурыраҡ йәки бәләкәйерәк билдә йәбештергән автоһә-үәҫкәрҙәр, иҫкеһен ҡуп-тарып, талаптарға ярашлы билдәне ҡабат ҡуйырға мәжбүр булды. Ҡышы, яҙы үтеп, йәй еткәйне, “Ш” билдәһен ҡуйыуҙы кәрәк түгел тип таптылар. Эксперттар өсмөйөштәге “Ш” хәрефе тирә-яҡты ҡарауҙа мәшәҡәт тыу-ҙыра, тигән ҡарашта. Ул сағында ниңә ундай закон сығарғандар? Бер файҙаһыҙ тамға менән кемдәрҙер миллиардлап аҡса эшләне. Былтыр Рәсәйҙә 42 миллион автомобиль тепркәлгәнен иҫәпкә алғанда ла, был бизнестан яҡынса 2 миллиард 100 миллион һум килем алыуҙарын фаразларға мөмкин. Бары Мәскәүҙә генә биш миллион самаһы авто-мобиль бар, был 235 миллион һум тигән һүҙ. Тап шуға ла белгестәр “Ш” хәрефенә бәйле ҡағиҙә кемдеңдер аңра-лығы арҡаһында ҡабул ителмәгән, бәғзе бе-рәүҙәрҙең коммерция их-тыяжынан да, тиҙәр.
Социаль селтәрҙәрҙә лә был темаға ҡыҙыу бә-хәсләшәләр. «Эш хаҡы аҙ, бензин ҡиммәт, етмәһә, үрҙә ултырғандар теләһә нәмә уйлап сығарырға аптырамай. Ябай халыҡтың битенән көлгән кеүек. Әйтерһең, өҫтә депутаттар түгел, ә менеджерҙар ултыра. Ярты йылдан һуң ғәмәлдән сығарыр булғас, ниңә уны уйлап тапҡандар? Закон сығарыусылар кеше мәнфәғәтен ҡайғыртһын ине», тигән кеүегерәк ком-ментарийҙарҙы күрергә була.
Шатланырға иртәрәк, билдә урынына жилеттар әҙер ҙә инде. Хәҙер, машинаң ватылып, уны юл буйында яҡтыртыусы жилет кеймәйенсә ре-монтлаһаң, штраф һала-саҡтар. Жилеттың иң арзан хаҡы - 150 һум. Тағы кеҫә ҡалынайталар икән. Быға тиклем бер кемдең дә иғтибар үҙә-генә эләкмәгән бер зыянһыҙ фаркоп өсөн дә аҡса түләргә кәрәк буласаҡ. Ярай әле, уның бер ыңғай яғы бар. Штраф бөтәһенә лә ҡаралмаған. Дәүләт автоинспекцияһы-нан хәбәр итеүҙәренсә, әгәр фаркоп заводта ҡуйылһа, теркәлеү кәрәк-мәй, штраф та юҡ. Әгәр кеше үҙе ҡуйҙыртһа - был икенсе осраҡ. Штрафтар-ҙан килгән килемде һа-нап та дәүләт ҡаҙнаһы күпмегә байыуын яҡынса фаразлап була.
Халыҡ һайлаусылары-ның яңы берәй нәмә уйлап табырына әҙер булайыҡ, улар өсөн янсығыбыҙҙы тултыра торайыҡ.