Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
13 Июнь 2018, 18:23

Тормош - ҡуласа, тиҙәрме?..

Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте, әммә бөтә әҙәм өсөн уртаҡ, һәр кемдең ғүмерлек таянысы булған, бөтә хәүеф-хәтәрҙәрҙән ҡурсалай торған тағы бер хәҡиҡәт бар. Уның исеме - мөхәббәт. Ә ул мөхәббәт һиңә ҡасан килерен Аллаһ ҡына беләлер...

Донъя - ҡуласа, тиҙәр. Танышым менән булған фәһемле хәл тураһында яҙмаҡсымын. Ул үҙенең тормошо хаҡында миңә бәйән иткәйне.

- Өс йыл элек «Бәйләнештә» селтә-рендә теркәлеп, таныш-белештәр ме-нән аралаша башланым. Яңы дуҫтар ҙа барлыҡҡа килде. Ирем дә унда ултыра. Үҙем уҡытыусы булып эшләйем, ирем вахта ысулы менән Себер юлдарын тапай. Ғаиләбеҙ башҡаларҙыҡынан бер нимәһе менән айырылмай кеүек. Ҡыҙым мәктәптә уҡып йөрөй, улым балалар баҡсаһында. Ирем вахтаға киткәндә «Бәйләнештә» селтәрендә үҙенең битенә «мин эштә» тип яҙып ҡуя, ҡайтып етһә, «өйҙә» тип үҙгәртә. Башта быға әллә ни иҫем дә китмәй торғайны. Дуҫтарын да, кем менән аралашыуын да һорашҡаным булманы.

Шулай бер көн бер ир йораты ми-ңә «Бәйләнештә» селтәрендә серле хат ебәргән. Ул ҡатынының минең ир менән аралашыуын, хатта осрашып йө-рөүҙәрен дә түкмәй-сәсмәй яҙған. Был минең өсөн шаҡ ҡатырғыс хәбәр булды. Уның яҙғандарына ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнем. Сөнки тормош иптәшем аҡсаһын тиненә тиклем алып ҡайта, тегендә-бында минһеҙ сығып йөрөмәй кеүек. Шулай ҙа был һүҙҙәр һағайтты. Аҡрынлап иремдең үҙен тотошон күҙәтә башланым, әммә бер ни һиҙелмәй кеүек тойолдо. Бер көн ирем ваннаға инеп киткәс, тиҙ генә кеҫә телефонында соҡонорға тотондом. Тик унда ҡатмарлы паролдәр ҡуйылғайны. Нисек кенә баҫҡылаһам да, бер нимә лә ҡарай алманым. Был мине тағы ла борсолдора төштө. Йөрәк атылып сығырҙай тибә башланы.

Үҙем төҫкә-башҡа матур ғына күренәм дә кеүек. Тик декрет ялынан һуң бер аҙ һимереп тә киттем, ахыры, тип уйланып алдым. Балалар, мәктәптәге эш менән үҙемде ҡарарға онотоп та киткәнмен икән, тип үҙ-үҙемде әрләп тә алдым. Интернетта теге ҡатындың фотоларына күҙ һалдым. Һомғол буйлы, оҙон керпекле, һылыу ғына гүзәл затҡа ҡарап күптәр ғашиҡ булырлыҡ та шул. Етмәһә кейгән кейемдәре лә заманса, зауыҡлы. Ирҙәрҙең һушын алырлыҡ, тип һөҙөмтәләнем. Теге ир менән, уның исеме Артур булып сыҡты, яҙышырға тотондом. Барыбер тормош иптәшемдең миңә хыянат итеүенә ышанғы килмәне. Артур минең ирем менән ҡатынының араһында барған яҙыуҙарҙы ебәрҙе. Шаҡ ҡатырлыҡ һүҙҙәр яҙылғайны унда. Ирем уға ниндәй генә ләззәтле һүҙҙәр бағышламаған, хатта яратыуын да йәшермәгән. Был минең йөрәгемә уҡ кеүек ҡаҙалды. Ирем был ваҡытта эштә ине. Бер аҙна тирәһе йәнем ситтә, кәүҙәм генә үҙем менән йөрөгәндәй тойолдо. Бер кемде лә күрмәнем дә, ишетмәнем дә, ашау ҙа барманы, йоҡо ла ҡасты...

Эштә директорым үҙенә саҡыртып алып: «Берәй нимә булдымы әллә, ауырыйһыңмы? Йөҙөң ҡара һөрөм кеүек ҡараңғыланған бит. Үҙеңде ҡулға ал. Уҡыусылар алдында үҙеңде лайыҡлы тот», - тине. Мин: «Бер нимә лә булманы», - тип яуап ҡайтарҙым да сығып киттем. Бәҙрәфкә инеп үкһеп-үкһеп иланым да, кире класыма йүнәлдем.

Ирем телефондан шылтыратһа ла, һөйләшергә ашыҡманым. Уны күргем дә, ишеткем дә килмәне. Кемгәлер зарымды һөйләргә кәрәк бит. Әхирәттәргә үҙ тормошомдоң аяныслы хәлдә икәнлеген белгертке килмәне. Артур менән яҙыша башланым. Изге күңелле әҙәм кеүек тойолдо ул. Ул, ҡатынының минең ир менән сыуалһа ла, балалары хаҡына уны ташларға теләмәүен яҙҙы. Был һүҙ-ҙәрҙән һуң үҙемде ҡулға алып, нисек булған шулай тормош дауам итһен тип, мин дә ирем менән араларҙы боҙмаҫҡа булдым.

Артур менән ярты йыл тирәһе яҙышҡандан һуң, үҙемде уға эҫенгәнемде аңланым. Үҙемде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләп бөҙрәханаға барып прическамды үҙгәрттем, ябыға башланым, яҡшы кейемдәр һатып алдым. Интернетҡа яңы фотоларымды һалдым. Артур ҙа миңә йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Шулай бер көн ул миңә осрашайыҡ тип тәҡдим яһаны. Бик теләһәм дә, ҡапыл ғына ыңғай яуап бирмәнем. Бер-ике көн уйлағас ҡына, ризалығымды белдерҙем. Минең ирем, ә уның ҡатыны булғас, йәшеренеп кенә кисен осрашырға булдыҡ.

Интернет аша аралашҡанда, бер-береңде күрмәгәс, оялмайһың икән. Ә әйтелгән урынға килгәс, ҡыйынһынып киттем, нимә әйтергә белмәй, ҡойолоп төштөм. Ул да бер аҙ ҡаушаңҡыраған ке-үек. Бер-ике минут шулай торғандан һуң, ул миңә һүҙ ҡушты, хәлдәрҙе һорашты. Телмәр йәнләнә башланы, көлөшөп тә алдыҡ. Нимә һөйләшкәнбеҙҙер - онотолған да инде хәҙер. Шулай ҙа был осрашыу бик оҡшаны. Йылы ғына итеп: «Тағы ла осрашырбыҙ», - тип һаубуллашып мине таксиға ултыртып ебәрҙе.

Был төндө бөтөнләй йоҡламаным тиерлек. Уйым тик Артур тураһында ине. Уны яратыуымды аңланым. Иртәгәһен ул мине оҡшатыуын, тағы ла осрашырға теләүен яҙҙы. Көн аралаш күрешеп торҙоҡ, һөйләшер һүҙҙәр бөтмәгәндәй тойолдо. Ул миңә, мин уға ныҡлап эҫендем. Бер йылдан һуң ул ҡатыны менән айырылырға һәм миңә өйләнергә теләген белдерҙе. Был ваҡытта иремә бөтөнләй һыуынғайным, шуға ла айырылышырға риза булдым. Артурҙың ҡатыны ла, ирем дә шуны ғына көткәндәй, араларҙы өҙөргә ҡаршы булманы. Хәҙер элекке иремә һәм Артурҙың ҡатынына тик рәхмәтлемен. Ысынлап та бәхетлемен. Ул мине бер һүҙҙән аңлай, ярата. Ә элекке аҙғын ирем менән Артурҙың ҡатыны күпмелер бергә йәшәп ҡаранылар ҙа, аралары тиҙ һыуынған, ахыры, айырылышҡандар, тип ишеттем.

Мөхәббәт бөтәһен дә аҡлата, яр-лыҡата. Минеңсә, үҙ йәрен тапҡан кеше бәхетен таба. Ул ауырлыҡтарға ла бирешмәй, дәртләнеп, хисләнеп, мөхәббәттең барлығына ышанып, уға табынып йәшәй.


Читайте нас: