Кәшәлелә йәшәгәндә атайҙы 1942 йылдың ғинуарында һуғышҡа автомат полкына алалар. Һуғыш бөткәнсе атыусы вазифаһынды хеҙмәт итә. Өс мәртәбә яралана. Миҙалдары күп, улар араһында «Сталинградты еңгән өсөн», «Волхов фронты ветераны - Ленинград өсөн алышта ҡатнашыусы» билдәһе. Ошо ике билдә генә уның һуғыштың ниндәй ауыр ерҙәрендә батырҙарса алышыуы тураһында һөйләй.
Атай һуғыш бөткәс, тыуған яҡтарына август айында ҡайта, ләкин Кәшәлегә түгел, ә Кинйәбай (хәҙер ул һыу аҫтында) ауылына. Сөнки әсәй атай юҡта Кинйәбайға күсеп сыҡҡан була. Әсәй ул ваҡыт иҫ китерлек батырлыҡ эшләй - балиғ булмаған биш балаһын алып, йортон һүтеп, бүрәнәләрен Нөгөш йылғаһынан ағыҙып алып сыға. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өйөн дә һалып керә. Бәләкәй генә ҡаҡса ҡатындың һуғыш ваҡытында, бер ирҙең дә ярҙамынан башҡа, ошо хәтле ҙур эште эшләй алыуына, әсәй һөйләгәс, йәш саҡта уҡ аптыраған инем.
Атай һуғыштан һуңғы йылдарҙа колхозда рәйес булып эшләгән. Мин ул ғаиләгә килен булып төшкәндә (1965 йыл) атай шундай мөһабәт, аяғында ныҡ баҫып тороусы, көслө кеше булып күренде. Шулай булды ла. Беҙ, килендәр, унан шөрләнкерәй инек. Ялға ғына килгәндә ауыл эштәрен бөтөрөп китергә былай ҙа тырыштыҡ. Шулай ҙа атайға ярап булмаҫ ине. Әрләшмәй, ә ҡаты ғына бер һүҙ әйтә ине. Шулай ҙа утыҙ өс йыл аралашып, атай, әсәй һәм ҡайынбикәләр менән һүҙгә килешмәнек. Барыһы ла эшсәндәр ине. Еҙнәләр ҙә теге йырҙағы өс бажа кеүек (Шәкүр, Бәкер һәм Әбләй, йәшәйҙәр нужа күрмәй) ауылдың яуаплы эштәрен алып барҙылар. Уларҙың ҡушаматтары бар ине. Нурый («бесәй») - бригадир, Әғдәл («сысҡан») - бухгалтер, Миңнулла («шайтан») - тракторист булып эшләнеләр. Барыһы ла хәлле торҙолар. Атай 80 йәшендә лә Юрмашҡа бесәнгә мотоцикл менән менә ине. Бер дуҫына һөйләгәнен ишеттем: “Мин ҡасан ҡартайырмын икән, ҡорҙаш, бесән сапҡанда йәштәр арый, ә мин арыуҙы белмәйем”, - тип. Атай бал ҡорто ҡарап, бер утыҙ-ҡырҡ фляга бал һата ине.
Уларҙың холоҡтары тиҙ, еңел аралашыусан, тормошҡа айыҡ ҡарашлылар ине. Үпкәләү, хөсөтлөк тотоуҙарын күрмәнем. Апайҙар ҙа, Линир менән Әмир ҙә (быныһы минең иптәшем ине) телгә оҫталар, шаяртып һөйләргә яраталар ине. Шуны иҫәптә тотоп буғай, минең энем Әсҡәт Ялиев (ул хәҙер күренекле рәссам) атай менән әсәйҙең алтын туйына дуҫтарса шаян шиғыр яҙған ине. Үпкәләмәнеләр, киреһенсә, яраттылар, оҙаҡ һөйләп, кешегә уҡытып йөрөнөләр. Шул шиғырҙарҙы яҙып та ҡуяйым әле:
Абдрафиҡ тип бик күп ҡыҙҙар,
Йылдар үтте, һыуҙар аҡты,
Булғандыр ҙа матур көнөндә,
Атай менән әсәйҙең сәскә сағы
Һүҙ бирешкән донъя итергә.
Шул ваҡыттан күпме ғүмер үтте,
Күпме аҡты һыуҙар, йыл-ғалар.
Ғүмер бүләк иткән алты бала
Ҡыҙҙар ауылда кейәүгә сығып,
Хатта “Шайтанға“ сыҡ-ҡаны.
Сумып йәшәйҙәр балға-майға,
Был йортта көн дә байрам.
Атай - 82, әсәй 89 йәшендә вафат булды. Хәҙер был ғаиләнән өсәү - Миңлегөлсөм, Линир менән Хәҙисә ҡалды. Линир Салауатта йәшәй, Хәҙисә – Күмертауҙа, Миңле-гөлсөм апай ҡартайҙы, балаларында йәшәй, Хәҙисә ауылдағы төп йортто ҡарап тәрбиәләп, йәй көндәре шунда тора.