газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Июнь 2018, 12:39

Ташламаның файҙаһын күр

Һалымыңды түлә лә, тыныс йоҡла, тиелә халыҡ телендә. Эйе, был бурыс менән ваҡытында иҫәпләшеп ҡуйыу хәйерлерәк. Шулай ҙа һалым буйынса льготалар менән файҙаланырға ла онотмаҫҡа кәрәк - ул сумманы кәметеүгә ярҙам итә.

2018 йыл башынан республикала 4 меңдән ашыу кеше милек буйынса ташламаға хоҡуҡлы икәнен белдергән. Бының өсөн граждан һалым органына килеп ғариза бирергә тейеш. Әйткәндәй, ғаризаны инспекцияға барып та, почта аша, йә өйҙән сыҡмай ғына федераль һалым хеҙмәте сайтындағы «Шәхси кабинет» аша ла ебәреп була.

Пенсионерҙарға ниндәй мөлкәттәренә ҡарата льгота ҡаралған? Ир-аттар - 60 йәшкә, ҡатын-ҡыҙҙар 55-кә етеп, ҡануниәт менән билдәләнгән пенсияны ала башлағас, милек һалымына льгота менән файҙалана ала. Уларға фатир, бүлмә, йорт, оҫтахана, музей, галерея, китапхана кеүек биналар, хужалыҡ объекттары, дача, баҡсасылыҡ, шәхси төҙөлөш өсөн ер участкалары, гараж һалымдарында ташлама ҡаралған. Бер кеше исемендә бер нисә милек булһа, уның береһенә генә льгота бирелә.

Башҡортостан территорияһында «Транспорт һалымы хаҡында» закондың 3-сө статьяһы менән ҡайһы бер категория граждандарына шулай уҡ ташламалар билдәләнгән. Был төр һалымды түләүҙән Советтар Союзы, Рәсәй, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, бөтә категория инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәт, хәрби хеҙмәт, дәүләт хеҙмәте, хеҙмәт ветерандары, Чернобыль касафаты эҙемтәләрендә радиацияға йоғонтоһона дусар булған граждандар мотоциклдарға, мотороллерҙарға, 150 ат көсөнә тиклемге двигателле еңел автомобилдәргә, 250 ат көсөнә тиклемге двигателле йөк машиналарына һалым түләүҙән азат ителә. Ике транспорты булған осраҡта ташлама береһенә генә эшләнә.

Льготалар исемлеге менән тулыраҡ Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында танышырға мөмкин. «Милек һалымдары буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында белешмә мәғлүмәт» онлайн сервисы ярҙамында конкрет кеше ниндәй ташламаға дәғүә итә алыуын белеп була.


Читайте нас: