газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Июнь 2018, 12:14

«Салауат»ты йәшәтәйек, салауатлы булайыҡ!

Тел бөтә, тибеҙ. Телебеҙ бөтһә, илебеҙҙән нимә ҡалыр, тип хафаланабыҙ. Рухыбыҙ һайыҡты, тибеҙ. Ә үҙебеҙ милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исемен йөрөткән ҡалала йәшәп, “Салауат” гәзитенә яҙылмайбыҙ.

Ҡалабыҙҙа нәшер ителгән берҙән-бер башҡорт баҫмаһына яҙылмауҙың сәбәбен аҡса юҡлыҡҡа ғына һылтар инек, ярты йыл буйы почта ташыусылар үҙҙәре өйгә үк килтереп биргән гәзит өсөн 450 – 650 һум ғына аҡса табырға мөмкиндер, моғайын. Милли аң етмәүгә һылтар инек, мәктәптәрҙә әсә телебеҙҙе уҡытыуҙы яҡлап ана ниндәй ҡыйыу–ҡыйыу сығыштар булды. Әле лә ҡалабыҙҙың рухлы егеттәре һәм ҡыҙҙары был ҡырҡыу мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырмай, көн дә эҙмә–эҙлекле эш алып бара. Гәзиттә ҡыйыу мәҡәләләр донъя күрмәйҙер, бәлки, тиер инек. Беҙҙең редакцияға килеп тә, шылтыратып та үҙҙәренең фекерҙәрен белдереп торған уҡыусыларыбыҙ бар. Афарин, тиҙәр улар, шәп яҙаһығыҙ, ҡурҡмай яҙаһығыҙ. Беҙ шулай яҙырға тырышабыҙ ҙа, сөнки гәзит – ул һеҙҙеке, йәғни халыҡтыҡы. Ә “Салауат” гәзитенең журналистары һәр ваҡыт халҡыбыҙ мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһай. Беҙ бер ваҡытта ла гәзитебеҙҙең девизына тап төшөргәнебеҙ юҡ. “Рух һүнмәһә, ил йәшәр!” Рухыбыҙ һүнмәгән бит, хөрмәтле милләттәштәр, әйҙәгеҙ, илебеҙҙе йәшәтәйек. Илебеҙ менән бергә телебеҙҙе йәшәтәйек! Ҡалҡан кеүек тороп телебеҙҙе яҡлаусы башҡорт телле баҫмабыҙҙы – “Салауат” гәзитен йәшәтәйек! Уны ябыуға юл ҡуйһаҡ, Салауат батырыбыҙҙың рухына хыянат буласаҡ түгелме?
«Салауат» гәзитенә яҙылыу хаҡтары: редакциянан килеп алыу юлы: 1 айға - 75 һум, 6 айға - 450 һум. Электрон төр: 1 айға - 83 һум, 6 айға - 498 һум. Почта аша: 1 айға - 108,38 һум, 6 айға - 650,28 һум, пенсионерҙар өсөн: 1 айға - 101,70 һум, 6 айға - 610,20 һум. Курьер килтереүе: 1 айға - 108,80 һум, 6 айға 652,80 һум.
Баҫмабыҙҙың дуҫтары өсөн бүләктәребеҙ ҙә бөтмәне әле. Киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында матур-матур сынаяҡтар, стакандар йыйылмалары, термокружка кеүек көндәлек кәрәк әйберҙәре оттороласаҡ. Яҙылығыҙ һәм бүләктәр һеҙҙеке булыр!
Читайте нас: