1. Комбинат ҡасан төҙөлә башлай һәм ул иң тәүҙә нисек атала?
2. Эшселәр ҡасабаһына ҡасан исем бирелә һәм ул ҡасан ҡала статусын ала?
3. Салауат ҡалаһы төҙөлөү арҡаһында ниндәй ауылдар юҡҡа сыға?
4. Ҡаланың тәүге урамы нисек атала?
5. «Родина» кинотеатры кемдең проекты буйынса һәм нисәнсе йылда һалына?
6. Тәүге ҡала гәзите ҡасан сыға башлай һәм нисек атала? «Салауат» гәзитенең беренсе һаны ҡасан донъя күрә? «Салауат» телекомпанияһына ҡасан нигеҙ һалына?
7. Ҡала хакимиәте бинаһы нисәнсе йылда төҙөлә?
8. Салауат башҡорт дәүләт драма театры быйыл 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ни өсөн ул ҡаланан олораҡ?
9. Беренсе трамвай ҡасан ебәрелә?
10. «Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы» исеме ҡасан булдырыла һәм был маҡтаулы исемгә нисә кеше лайыҡ була?
11. Ҡалала башҡорт милли батыры Салауат Юлаев исеме менән бәйле иҫтәлекле урындар байтаҡ. «Октябрь» кинотеатры алдындағы мемориаль стела ҡасан ҡуйыла һәм унда нимә тип яҙылған? Ҡалаға төньяҡтан ингән юлдағы батыр һәйкәле ҡасан урынлаштырыла?
12. «Мәңгелек ут» мемориаль комплексында ут ҡасан һәм ниндәй шарттарҙа яндырыла?
13. Салауат гимнының авторҙары кем? Дзержинский урамында ҡаланың тәүге төҙөүселәренә бағышланған һәйкәл ҡасан асыла?
14. Ҡала гербындағы һәм флагындағы символдар нимә аңлата?
15. Комбинат барлыҡҡа килгәндән алып, уның менән кемдәр етәкселек итә?
16. Нисәнсе йылдарҙа Салауатта халыҡ һаны 100 меңдән арта һәм бөгөн ҡалала нисә кеше йәшәй?
17. «Юрматы ере» мемориаль комплексы ниндәй йылда асыла?
18. Салауат Өфө ҡалаһына нисә километр алыҫлыҡта урынлашҡан?