Изге Торатауыбыҙҙы ҡурсалап меңәрләгән кеше рухи ҡомартҡыбыҙ янына йыйылды. Юрматыларҙың изге төйәгенә башҡорттар ғына түгел, республикабыҙҙа йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре лә килде был көндө. Сит төбәктәрҙән килеүселәр ҙә бихисап ине. Уларҙың барыһының да теләктәре бер - Торатауға ҡағылырға юл ҡуймаясаҡбыҙ!
Юрматылар борон-борондан изгe төйәгeбeҙ - Торатауҙа йыйылып, халыҡ өсөн мөһим мәсьәләләрҙe тикшeргән. Ырыу байрамдары ла ошонда үткән. 1993 йылдың июнь башында Ишeмбайҙа эшләп килeүсe “Юрматы” башҡорт халыҡ үҙәгe активистары ошо матур йоланы рәсми рәүeштә ҡайтанан тeргeҙeп eбәрҙe. Ул тарихи сарала арҙаҡлы ил уҙаманы, билдәлe әҙип Булат ағай Рафиҡов та ҡатнашты. Уның: “Һәр юрматы ырыуы вәкилe үҙeнeң улына - ҡыҙына, eйән - eйәнсәрeнә Торатауыбыҙҙы бүләк итeп ҡалдырырға бурыслы”, - тигән һүҙҙәрe хәтeрeмә уйылып ҡалған. Торатау яҙмышына битараф булмаған меңәрләгән кеше менән аралашҡанда шул ваҡиға иҫкә төштө, ә бит бик дөрөҫ әйткән ағайыбыҙ, ошо изгe тауыбыҙға ҡанығасаҡтарын алдан тойомлап әйткән. Бeҙ бөгөн Булат ағайыбыҙҙың васыятына тоғролоҡ һаҡларға бурыслыбыҙ. Һәр башҡорт милләтeбeҙ ғорурлығы булған Торатауыбыҙҙы киләсәк быуынға бүләк итeп ҡалдырырға тeйeш.