Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Май 2018, 11:52

Таҙартҡан ерҙә түгел, сүпләнмәгән ерҙә таҙа, тиҙәр...

Ҡала биләмәһендә экология өмәләре дауам итә. Предприятиелар, белем биреү учреждениелары коллективтары, граждандар май байрамдарына әҙерлек сиктәрендә үҙ территорияларын йыйыштырҙы, газондарҙы тәртипкә килтерҙе, сәскәләр ултыртты.

Тик был бурыстарға ғәмһеҙ ҡарағандар, хатта бөтөнләй инҡар итеүселәр ҙә бар. Кире күренештәр айырыуса ер участкаһы хужалары һәм эшҡыуарҙар араһында күҙәтелә.

Беренсе май урамы, 55 адресы буйынса гараждар яғына боролған юл сүп-сар өйөмдәре менән тулған. Был проблема тураһында борсолоп беҙгә гәзит уҡыусылар мөрәжәғәт итте. Рөхсәт ителмәгән сүплек бер-ике йыл элек барлыҡҡа килгән һәм әлегә тиклем уны тейәп оҙатыуҙы хәл итеүсе юҡ. Унда ағас ботаҡтарынан алып тәҙрә рамдары, шешәләр һәм башҡалар өйөлгән.

Әгәр ҙә донъялағы һәр кеше уйланып, сүплектәрҙе булдырмаһа, тирә-яҡ мөхитебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индерһә, нисек яҡшы булыр ине. Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн бит.
Читайте нас: