Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Май 2018, 10:58

Файҙаһы баһалап бөткөһөҙ

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ашырған “Реаль эштәр” проекты - тормош талабы. Проект, тәү сиратта, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, уларҙың тормош кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Ҡалабыҙҙа тағы ла бер майҙансыҡтың асылыуы ошоға асыҡ миҫал.

Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы соҡорлоҡто хәҙер танырлыҡ та түгел. Элек сүп-сар өйөмдәре ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар урынында хәҙер балалар майҙансығы һәм тренажерҙар ҡоролмалары урынлашты. Футбол уйнау өсөн майҙан һәм балалар өсөн тауҙар, бәүелсәктәр, төрлө фигуралар өр-яңынан ҡуйылды. Уларҙы «8-се торлаҡ идаралығы» ҡуйған. Сәләмәт тормош алып барыу өсөн күнекмәләр менән шөғөлләнеү ҡорамалдары янынан кесеһе лә, олоһо ла көн оҙоно өҙөлмәй. Ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнде ул.

Вилена тип үҙен таныштырған ҡыҙ бында көн дә килә икән:

- Барыһын да бик матур һәм уңайлы итеп эшләгәндәр. Уҡыуҙан ҡайтҡас та дуҫтарым менән тренажерҙа шөғөлләнергә киләм. Хатта өләсәйем дә бер нисә тапҡыр был ҡорамалдарҙы һынап ҡараны. Етмәһә, ҡояштан һәм ямғырҙан һаҡланыу өсөн ул ҡыйыҡ менән ҡапланған.

Тимәк, бында тотош ғаилә менән килеп, рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнергә, сәләмәтлегеңде нығытырға мөмкин. Тик ҡала халҡы был матурлыҡты һаҡлап ҡулланһын ине.
Читайте нас: