- “Салауат”тан бүләк отоуымды белгәс бик ышанып та етмәнем, шулай ҙа килдем әле! - тип йылмайып килеп инде икенсе ярты йыллыҡҡа гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында ойошторолған отош уйынында еңеүсе Салауат башҡорт дәүләт драма театрының арҙаҡлы ветераны Рим Әминев. Шулай ҙа ул бүләк отоуына ҡыуанысын йәшермәй. Сөнки ошо көндәрҙә аҡһаҡалдың театрға тәү башлап аяҡ баҫыуына - 48 һәм тормош иптәше, шулай уҡ актриса Зөһрә апай менән тормош ҡороуҙарына 45 йыл тулған. Ошо матур шәшкеләрҙе өҫтәлгә ҡуйған һайын «Салауат»ты иҫкә алырмын инде, ти ул.
- Минең уйымса, кеше рухи яҡтан бай булырға, ә бының өсөн мотлаҡ театрға йөрөргә, гәзит-журналдарға яҙылырға тейеш. Донъялағы хәл-әхүәлде белмәй, матбу-ғатһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк?! Башҡорт гәзитенең үҙенең уҡыусыларын ошолай дәртләндереп ебәреүҙәре шатлыҡлы хәл. Гәзиткә яҙҙырыуҙа ла, уның эстәлеген тулыландырыуҙа ла ижади коллективҡа уңыштар, күңел йылыһын биреп эшләүҙәрен теләйем, - тине Рим Файзрахман улы.
Ә беҙ “Аҙна һайын бүләк от!” уйынының киләһе еңеүселә-рен ҡотларға ашығабыҙ. Шулай итеп, Ф.Ғ.Лоҡмановҡа шәшкеләр йыйылмаһы, С.М.Черныхҡа бәләкәй сәйнүк төштө. (Шулай итеп, бүләктәрегеҙҙе Нефтселәр проспекты, 29 адресы буйынса редакциянан паспорт, ИНН һәм СНИЛС менән килеп алыуығыҙҙы һорайбыҙ).
Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙе лә отош уйынында әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ! Киләһе бүләктәр гәзиткә яҙылыусы автоһәүәҫкәрҙәр араһында май аҙағында уйнатыла. Квитанцияларҙың күсермәһен килтереп, махсус наклейка йәбештереп ебәрһәгеҙ, машиналарығыҙ өсөн бик кәрәкле әйберҙәр оторһоғоҙ.
«Салауат»ҡа яҙылайыҡ, уҡыйыҡ һәм таратайыҡ!