газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Апрель 2018, 12:46

Башлыҡ халыҡ менән осрашты

Салауат ҡала хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, бүлек етәкселәре халыҡты күсмә ҡабул итеүҙе башлап ебәрҙе. Шаршамбы көн «2-се торлаҡ файҙаланыу идаралығы идара итеүсе компанияһы»нда кешеләр үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилмановҡа мөрәжәғәт итә алды.

Салауат ҡала хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, бүлек етәкселәре халыҡты күсмә ҡабул итеүҙе башлап ебәрҙе. Шаршамбы көн «2-се торлаҡ файҙаланыу идаралығы идара итеүсе компанияһы»нда кешеләр үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилмановҡа мөрәжәғәт итә алды.

Мөрәжәғәттәр, һорауҙар, тәҡдимдәр төрлө йүнәлештә булды. Мәҫәлән, ҡабул итеүгә килеүселәрҙең береһе идара итеүсе компанияның эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ил етәкселеге коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре тураһындағы мәғлүмәт милекселәр, йорт хужалары өсөн һәр ваҡыт асыҡ булырға тейеш, тигән талап ҡуйһа ла, идара итеүсе компаниялар сайттарға ҡуйған мәғлүмәттәрҙән бер ни ҙә аңлап булмауына зарланды. Уның белдереүенсә, был эш ябай кеше өсөн аңлайышлы булһын тип түгел, ә рәсмилек өсөн башҡарыла. Йорт мәнфәғәттәре менән янып йөрөүсе ханым, бер-ике йыл элек кенә капиталь ремонт башҡарылған йорт ҡыйығына (ә уның биш йыл гарантияһы бар) быйыл тағы ла ниндәйҙер ағымдағы ремонт өсөн аҡса йыйыуҙарын мутлашыу, тине. Ул Фәрит Фәррәх улына «Төбәк операторы» аша башҡарылған ҡыйыҡ ҡаплауҙың тейеш-ле кимәлдә үтәлмәүенә лә дәғүәһен еткерҙе. Шулай уҡ «йылытыу» темаһы ла ситтә ҡалманы. Елена Русакова үҙҙәре йәшәгән йорттағыларҙың йылылыҡ өсөн йыл буйына түгел, ә йылытыу миҙгелендә генә түләүгә күсеүгә әҙер булыуын әйтте. Ҡала башлығы хакимиәт бүлектәренә мөрәжәғәт итеүсенең һорауҙарын ентекле тикшереп, яуап әҙерләргә ҡушты. Ә инде йылытыу өсөн 7-8 айҙа иҫәпләшеү системаһына күсеү өсөн салауаттар араһында был үҙгәрешкә риза булыуҙары-булмауҙары хаҡында һорау алыу ойошторорға, ике, өс, биш, туғыҙ ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн түләүҙең ни кимәлдә буласағын яҡынса иҫәпләп күрһәтергә, ҡала Советының комиссия ултырышында был мәсьәләне ҡарарға һәм, әлбиттә, халыҡ ошо схема-ны яҡлай икән, уға күсергә кәрәк, тине.

Хеҙмәт ветераны Николай Степанович үҙе йәшәгән кварталда тротуар юлдарының насар хәлдә булыуы хаҡында бәйән итте. Фәрит Фәррәх улы был биләмәне комиссия менән сығып тикшереп, ҡулдан килгән хәтлем ярҙам итергә вәғәҙәләне. Мөрәжәғәт итеүҙәрҙең береһе баҡсасылар йәмғиәтенә юл һалынмауы, яҡтылыҡ үткәрелмәүенә бәйле булды. Баҡсасылар сығымдарҙың бер өлөшөн үҙ өҫтөнә алырға ла риза. «Электр селтәрҙәре», «Махсус автохужалыҡ» был проблеманы хәл итеүҙә булышлыҡ итеүҙәрен белдерҙе. Бынан тыш, ҡала хакимиәте башлығына ҡабул итеүгә торлаҡ, фатирҙа канализация торбаларын алыштырыу һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр. Улар барыһы ла контролгә алынасаҡ, тейешле саралар күреләсәк, тип белдерҙе Фәрит Ғилманов.
Читайте нас: