газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
13 Апрель 2018, 12:04

Ғаилә - иң оло терәк-таянысыбыҙ, ышаныслы һыйыныр урыныбыҙ

2018 йыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаиләгә иғтибарҙы арттырыу, ғаилә төшөнсәһенең дәрәжәһен күтәреү яғынан был, әлбиттә, ыңғай күренеш. Сөнки ғаилә - һәр кеше өсөн һыйыныр урын, йылы оя ул. Был тема бер йыл өсөн генә түгел, һәр ваҡыт актуаль булып ҡала. Ошо йәһәттән «Салауат» гәзите редакцияһында «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Унда Салауат ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлеге начальнигы Люциә Әлибаева, «Салауат» мәғлүмәт үҙәге директоры - баш мөхәррир, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сибәғәт Рахманғолов, мәғариф идаралығының уҡытыу-методика үҙәгенең туған телдәр буйынса методисы Зөлфиә Хәсәнова, «Салауат» телекомпанияһының баш мөхәррире, ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Әлфирә Сабитова, «Әннәби» йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил Насиров, «Ағинәйҙәр» клубы етәксеһе Рәшиҙә Буранғолова, «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев, «Йәншишмә» 53-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәхимә Хәйбуллина ҡатнашты.

2018 йыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаиләгә иғтибарҙы арттырыу, ғаилә төшөнсәһенең дәрәжәһен күтәреү яғынан был, әлбиттә, ыңғай күренеш. Сөнки ғаилә - һәр кеше өсөн һыйыныр урын, йылы оя ул.

Был тема бер йыл өсөн генә түгел, һәр ваҡыт актуаль булып ҡала. Ошо йәһәттән «Салауат» гәзите редакцияһында «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Унда Салауат ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлеге начальнигы Люциә Әлибаева, «Салауат» мәғлүмәт үҙәге директоры - баш мөхәррир, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сибәғәт Рахманғолов, мәғариф идаралығының уҡытыу-методика үҙәгенең туған телдәр буйынса методисы Зөлфиә Хәсәнова, «Салауат» телекомпанияһының баш мөхәррире, ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Әлфирә Сабитова, «Әннәби» йәмиғ мәсете мөфтөйө Рәмил Насиров, «Ағинәйҙәр» клубы етәксеһе Рәшиҙә Буранғолова, «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев, «Йәншишмә» 53-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәхимә Хәйбуллина ҡатнашты.

- Быйыл Ғаилә йылы тип иғлан ителеүенә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ? Бер тапҡыр үткәрелгәйне. Тағы ла ҡабатлап үткәреү кәрәк инеме икән?


Рәмил хәҙрәт:

- Ғаилә - беҙҙең тормошта иң мөһим төшөнсә. Уның тураһында иртәнән башлап йоҡларға ятҡансы уйлайһың, эштә лә һөйләшәһең. Ни тарафтан ғына күҙ һалма, беренсе урында ғаилә тора. Бөтә нәмә лә ғаиләнән килә. Телевизорҙы ҡабыҙһаң, гел терроризм, экстремизм тураһында һөйләйҙәр. Ғаилә тураһында сараларҙы йышыраҡ үткәрһәк, бер зыяны булмаҫ.


Люциә Әхмәт ҡыҙы:

- Мин дә һеҙҙең менән килешәм. Бар нәмә лә ғаилә менән бәйле. Беҙҙең карьералағы уңыштарыбыҙ ҙа ғаиләләге мөхиттән килә. Матди яҡтан етеш йәшәп, вазифалы урын биләһәң дә, әгәр ғаиләң булмаһа, йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ, тип уйлайым. Минеңсә, Ғаилә йылын рәсми иғлан итеү һәйбәт күренеш.


Сибәғәт Ғибәт улы:

- Хәйер, һәр килгән йылды Ғаилә йылы итеп үткәреү ҙә дөрөҫ булыр ине, минең менән һеҙ ҙә килешерһегеҙ, дуҫтар. Хатта бындай сараны беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, ғөмүмән, Рәсәйҙә лә үткәргәндә насар булмаҫ ине. Сөнки демографик хәл, ысынлап та, үтә лә хәүефле бит. Ә уны “Әсәлек капиталы” түләп кенә ыңғай яҡҡа үҙгәртеп булмай. Бында көн һайын дәүләт, хөкүмәт етәкселәре, балалар баҡсалары, мәктәптәр, башҡа уҡыу йорттары, дини ойошмалар, киң йәмәғәтселек берҙәм булып эш алып барырға тейеш.


- Мәғариф өлкәһендә йылға арналған тематик саралар тураһында пландар ҙа ҡабул ителгәндер.


Зөлфиә Рәүеф ҡыҙы:

- Исемле йыл булғанға ғына түгел, ғөмүмән, беҙҙең хеҙмәтебеҙ ғаиләләр менән эшләүҙе талап итә. Йыл башынан бик күп саралар үткәрелде. Апрель аҙағында мәғариф идаралығы һәм башҡорт теле уҡытыусылары менән берлектә ата-әсәләр менән йыйылыш үткәреүҙе планлаштырабыҙ. Ғаилә йылына бәйле “Минең ғаиләм” эссе бәйгеһе, “Мин һәм минең ғаиләм” проект ярышы һәм инша конкурсына әҙерләнәбеҙ.


- Сараларҙың ойошторолоуы бик һәйбәт, әлбиттә. “Аҡбуҙат” ойошмаһының да эшләгән эштәре күп, пландары ла етерлек. Йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе бу-лараҡ, был темаға нисек ҡарайһығыҙ?


Ишбулат Лоҡман улы:

- Ныҡлы, рухлы ғаиләлә-ребеҙ күберәк булһа, тел дә һаҡланыр. Хәҙер бит телде яҡлау ғаиләләргә төбәп ҡалынды. Ғаилә һайлай икән, тел өйрәнеләсәк, йәшәйәсәк.

Исемле йыл бик кәрәкле. Әммә кемдеңдер елкәһенә йөкмәп ҡуйыу дөрөҫ түгелдер. Мәҫәлән, беҙ концерт ҡуйҙыҡ, конкурс үткәрҙек, тип кенә билдә өсөн үтеп китмәһен. Ә ысынында ғаиләләргә бөтә яҡлап та ярҙам күрһәтелһә, бик яҡшы булыр ине.


- Тәрбиә темаһын балалар баҡсаһына, мәк-тәптәргә генә йөкмә-теп булмайҙыр. Тәрбиә, ысынлап та, ата-әсәнән, ғаиләнән башланырға тейеш. Бына, мәҫәлән, яңыраҡ ҡына беҙҙең ҡала вәкилдәре Стәрлетамаҡ ҡалаһына “Өләсәйҙәр һәм ейәнсәрҙәр” конкурсына барып лайыҡлы сығыш яһап ҡайтты. Ошо йүнәлештә балалар баҡса-һында нисегерәк эш алып бараһығыҙ? Ғаилә менән бәйләнеш бармы?


Рәхимә Әхтәм ҡыҙы:

- Балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе бөтә яҡлап ҡыҙыҡһындырыу өсөн ба-рыһын да эшләйбеҙ. Баянда ла уйнайбыҙ, йырлатабыҙ ҙа, бейетәбеҙ ҙә. Бөтәһенә лә ғаилә, тел төшөнсәләрен аңлатырға тырышабыҙ.


- Һуңғы ваҡытта бер ҙур проблема килеп тыуҙы - ҡыҙҙарыбыҙ һәм егеттәребеҙ өйләнешмәй йөрөй. Ғөмүмән, никахлашыу проблемаһын нисек хәл итергә була?


Рәмил хәҙрәт:

- Хәҙерге заманда һәр кешегә йәшәү көсө бирерлек йылы усаҡ, һыйыныр урын, тыныс мөйөш кәрәк. Ғаилә - иң оло таянысыбыҙ ҙа, иң ышаныслы һыйыныр урыныбыҙ ҙа. Көнө буйы эштән арып ҡайтҡан кеше ғаиләлә ял итә, күңел йәрәхәттәрен дауалай.

Әлеге көндә беҙҙең ҙур проблема - кеҫә телефондары. Атаһы телефонда ултыра, әсәһе ҡулында телефон тотҡан көйө ашарға бешерә, бала, әлбиттә, телефонда уйнай. Былар барыһы ла ғаиләлә бер-береңде хөрмәт итмәүҙәндер. Ниңә, мәҫәлән, ғаилә менән ял итмәҫкә, театр-концерттарға бармаҫҡа?! Никахта булһалар ҙа, күп ғаиләләр берҙәмлек етмәгәндән айырылыша.

Тағы шуны әйтер инем. Мәсеттең башы алтын булырға тейеш түгел. Йәштәребеҙ никахлашыр өсөн ялтырап торған мәсеткә барыуҙы хуп күрә. «Ни эшләп үҙ ереңдәге иман йортона бармайһың?» - тип һорайым егет-ҡыҙҙарҙан. “Беҙ барасаҡ мәсет матурыраҡ”, - тиҙәр. “Йәки никах уҡытып, үҙеңә ҙур яуаплылыҡ алаһың, шуны аңлайһыңмы?” - тигән һорауыма: “Ни эшләп һаман өйләнмәй йөрөйһөң, тип ялҡыттылар. Берәй ваҡыт йоланы үтәргә кәрәк тә инде”, - тип яуап бирәләр. Шуға күрә ғаилә төшөнсәһен бәләкәйҙән аңлатыу мөһим.

Балаға исем атағанда, никахты тик ысын хәҙрәт уҡырға тейеш. Әлеге көндә шундай осраҡтар бар, элек эскесе булған, уҡымаған муллалар хәйер-саҙаҡа өсөн йөрөй. Никах, исем ҡушыу, йыназа өсөн бер кем дә аҡса түләргә тейеш түгел. Ул - беҙҙең вазифа.


- Үткән йыл Мәскәүҙә эш сәфәре менән булырға тура килде. Метрола китеп барабыҙ. Бөтә халыҡ бер нәмәгә лә иғтибар итмәй, кеҫә телефондарына төбәлгән. Кешеләр араһындағы аралар йы-рағайҙы, саҡрымдар ҡыҫ-ҡарҙы. Ике сәғәт элек Өфөлә инек, әле Мәскәүҙә, тип һөйләшеп тә алдыҡ хеҙмәттәштәр менән. Хәҙерге йәш быуын ситкә тайпылды. Улар ғаилә һәм йәмәғәт эштәре тураһында уйламай, телефонын ҡосаҡлап ултыра.

Әлфирә Мөхтәр ҡыҙы, телекоммуникация өлкә-һендә эшләгән кеше була-раҡ, ошоноң сәбәбен нисек аңлатырһығыҙ?


Әлфирә Мөхтәр ҡыҙы:

- Минең эшләгән эшем дә, ашаған ашым да шул. Хеҙмәтем шуның менән бәйле. Коммуникацияларға килгәндә, ни эшләйһең инде! Элек кеҫә телефондары булманы, беҙ хат яҙыша һәм открыткалар ебәрә инек. Хәҙер бәйләнеш ысулдары еңелләште, әл-биттә. Балаларға компью-терҙың, телефондың нәмәгә кәрәклеген ғаиләлә дөрөҫ аңлатырға кәрәк. Телефон һөйләшеү өсөн, интернет яңы белем алыу, яңылыҡтар белеү өсөн, йыраҡтағы кеше менән бәйләнеш тотор өсөн, тип. Компьютер һинең йәшәү рәүеше булып китмәһен.

Икенсе яҡтан, балаларға кем һабаҡ күрһәтә? Беҙ үҙебеҙ, әлбиттә. Бына ошо «түңәрәк өҫтәл»гә йыйылдыҡ. Өҫтәлебеҙгә иң беренсе нәмә килеп ятты – телефоныбыҙ! Йыйылыш тураһында ла миңә интернет аша хәбәр иттеләр. Был бик уңайлы, тик уны дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк.

Минеңсә, бар тәрбиә ғаиләнән башлана. Ғаилә – ул атай ҙа, әсәй ҙә, туғандарың да. Кеше ябай эшсеме ул, оло вазифалы түрәме ул, өйөнән сығып китә лә, өйөнә әйләнеп ҡайтып керә. Кеше ниндәй генә уңыштарға өлгәшмәһен, ул барыһы ла ғаиләнән килә. Ни өсөн тигәндә, бер-береңә терәк булһаң ғына, дәрт арта, көс табыла, илһам өҫтәлә. Ғаилә бәхетле булһа, шул осраҡта ғына ғаиләбеҙ, йәмғиәтебеҙ, республикабыҙ, илебеҙ ныҡлы була, алға бара.

Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ
Читайте нас: