газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Апрель 2018, 16:17

Хеҙмәт закондары боҙолмаһын

Уҙған аҙнала ҡала хакимиәтендә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы территориаль комиссияның ултырышы үтте. Унда өс һорау ҡаралды: 2017 йылда территориаль килешеүҙең үтәлеү йомғаҡтары, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү, рәсми булмаған мәшғүллекте иҫкәртеү буйынса эш һөҙөмтәләре һәм балаларҙың йәйге ялы.

Уҙған аҙнала ҡала хакимиәтендә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы территориаль комиссияның ултырышы үтте. Унда өс һорау ҡаралды: 2017 йылда территориаль килешеүҙең үтәлеү йомғаҡтары, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү, рәсми булмаған мәшғүллекте иҫкәртеү буйынса эш һөҙөмтәләре һәм балаларҙың йәйге ялы.ынбаҫары - финанс идаралығы начальнигы Урал Мәғизов асты. Ул ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше менән таныштырҙы.

- 2017 йылда беҙ ҡала үҫешендә тотороҡлолоҡ һаҡлап, иҡтисадта, социаль өлкәләге күрһәткестәрҙе яҡшырта алдыҡ. Оҙатылған тауарҙар, башҡарылған эштәр һәм хеҙмәттәр күләме буйынса ла ыңғай динамика күҙәтелә. Йыл башынан 30 мең 878 квадрат метр күп фатирлы, 17 мең 138 квадрат метр шәхси йорт сафҡа индерелгән. Үҫеш темпы 187,7 процент. 2017 йылда ҡала бюджеты 2 млрд 474 млн һум тәшкил иткән. Ҡала ҡаҙнаһы сығымдары, 2016 йылға ҡарағанда, 198,3 млн һумға артҡан. Предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эшләүселәрҙең уртаса эш хаҡы, былтырғыға ҡарағанда, 7,7 процентҡа артып, 35598 һум тәшкил иткән. Ҡалалағы эшһеҙлек кимәле 0,97 проценттан 0,88 процентҡа тиклем түбәнәйгән. Мәш-ғүллек үҙәгенә 3896 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 2824-е эш тапҡан. Шулай уҡ йәштәрҙе, инвалидтарҙы, йәйге ваҡытҡа балиғ булмағандарҙы хеҙмәт урындарына урынлаштырыу буйынса ла алға китеш бар. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Салауат ҡалаһындағы территориаль бүлеге хеҙмәт һағы закондары үтәлеше буйынса 23 тикшереү үткәргән, 273 етешһеҙлек асыҡлаған, уларҙың 70 проценты бөтөрөлгән.

Ҡала профсоюз ойошмалары берләшмәһе рәйесе Венера Мельникова балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыларының ике ставкаға эшләп тә, хеҙмәте лайыҡлы баһаланмауына, был учреждениеларҙың матди-техник базаһы нығытылмауына борсолоу белдерҙе. Китапхана, музей, картиналар галереяһында эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артһа ла, маҡсатлы күрһәткескә - 22 мең 718 һумға ирешелмәгән. Эш хаҡы ла республика субсидияһы иҫәбенә генә арттырылған.

Мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина балаларҙың йәйге ялы тураһында мәғлүмәт бирҙе.

- Былтырғы йәй хәүефһеҙ үтте, бөтә бүленгән аҡса ла ваҡытында файҙаланылды. 2017 йылда ҡалала 43 ойошма балаларҙың ялын һәм сәләмәтлеген тәьмин итһә, быйыл улар һаны - 33. Ни өсөн тигәндә, 8-се лицей менән 14-се мәктәп бергә ҡушылды, һигеҙ палаткалы лагерь бер ойошма булып иҫәпләнә. Салауат уҡыусыларын 25 лагерь ҡабул итәсәк, мәктәп янындағы көндөҙгө лагерҙар ҙа үҙ ишектәрен асасаҡ. «Сығанаҡ» шифаханаһы быйыл 300-ләгән баланы ҡабул итергә әҙер. Дөйөм алғанда, балаларҙың 95 процентын ял менән тәьмин итергә иҫәп тотабыҙ. Әлбиттә, тәү сиратта, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға иғтибар бирәбеҙ, улар беҙҙең ҡалала - 168. «Спутник», «Бригантина» лагерҙары быйыл да сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы үҙҙәрендә көтәсәктәрен белдерҙе. Быйыл балалар ялына урындағы бюджеттан былтырғыға ҡарағанда күберәк, 15 млн 250 мең һум аҡса бүлеү ҡаралған, республиканан 25 млн 718 мең һумға иҫәп тотабыҙ. Дөйөм алғанда балаларҙың йәйге ялына 40 млн 998 һум тотоноу планлаштырыла. Әҙерлек эштәре башланды ла инде, - тине ул үҙ сығышында.


Читайте нас: