газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
2 Апрель 2018, 12:23

Граждандар именлеген хәстәрләп

Ленин майҙанында предприятиеларҙың ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы булдырылған ҡотҡарыу брига-далары ҡатнашлығында смотр-күргәҙмә ойошторолдо. Яҙғы ташҡынға әҙерлек менән бәйле унда махсус техника, ҡорамалдар тикшерелде.

Ленин майҙанында предприятиеларҙың ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы булдырылған ҡотҡарыу брига-далары ҡатнашлығында смотр-күргәҙмә ойошторолдо. Яҙғы ташҡынға әҙерлек менән бәйле унда махсус техника, ҡорамалдар тикшерелде.

Fәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, уның эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн уҙғарылған сарала РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралы­ғының Граждандарҙы һаҡлау идара­лығы начальнигы урынбаҫары Сергей Капитоненко, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Данир Зөбәйеров, граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ начальнигы Рәлиф Ғәлиев һәм башҡа хеҙмәт структуралары етәкселәре ҡатнашты. Улар смотрҙағы составтарҙың әҙерлек кимәлен тикшереп баһаланы.

- Яҙғы ташҡынға бәйле көсөргәнешле осорҙа айырыуса ҡурҡыныс аҫтында ҡалырға мөмкин булған объекттар билдәләнеп, уларға ҙур иғтибар бүленәсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәргә алдан әҙерлек саралары күрелә. Был кампанияға йәлеп ителгән барлыҡ хеҙмәттәр эш башланы ла инде. “2018 йылда яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү буйынса” саралар планына ярашлы, ҡала-райондарҙа әҙерлек кимәле тикшерелә. Губкин урамын, Муса ҡасабаһын һыу баҫҡаны бар. Шуға ла яҙғы ташҡынға әҙерлек етди бара. Дөйөм алғанда, техникалар көйлө, ваҡытлыса йәшәү өсөн урындар булдырылған, ғөмүмән ҡаланың бар хеҙмәттәре лә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер тип әйтергә була. Ә быйылғы яҙғы ташҡынға килгәндә, әлегә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Уның иртә башланыуы ла бар. Ағиҙел йылғаһы төбөнә тиклем туңған. Әгәр ҙә ямғырҙар туҡтауһыҙ яуһа, боҫ өҫтөн һыу ҡаплауы мөмкин. Был йылғаның ташыуына килтерәсәк, - тине Сергей Александрович.

Граждандарҙы һаҡлау идара­лығы начальнигы урынбаҫары ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау өҫтөндә уңышлы эшләүсе ҡала предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәренә рәхмәт белдерҙе. Кешеләргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтеү, яҙғы ташҡынға һәм янғындарға бәйле профилактика һәм иҫкәртеү сараларын ойоштороуға етди иғтибар бирергә кәрәклеген билдәләп үтте.


Читайте нас: