газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Февраль 2018, 12:20

Теләк булһа, эш табыла

Халыҡтың мәшғүллегенә өлгәшеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы мәшғүллек үҙәге нигеҙҙә ике йүнәлештә эшләй: беренсеһе - кешеләргә эш табыу, икенсеһе - эш биреүселәргә кәрәкле хеҙмәткәрҙәр эҙләүҙә ярҙам итеү. Салауат ҡалаһы буйынса көньяҡ-көнсығыш мәшғүллек үҙәге үҙенә йөкмәтелгән был бурысты нисек тормошҡа ашыра, был тәңгәлдә ниндәй уңыштары, хәл итәһе проблемалары барлығы хаҡында уның директоры Константин Худяков һөйләй.

Халыҡтың мәшғүллегенә өлгәшеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы мәшғүллек үҙәге нигеҙҙә ике йүнәлештә эшләй: беренсеһе - кешеләргә эш табыу, икенсеһе - эш биреүселәргә кәрәкле хеҙмәткәрҙәр эҙләүҙә ярҙам итеү. Салауат ҡалаһы буйынса көньяҡ-көнсығыш мәшғүллек үҙәге үҙенә йөкмәтелгән был бурысты нисек тормошҡа ашыра, был тәңгәлдә ниндәй уңыштары, хәл итәһе проблемалары барлығы хаҡында уның директоры Константин Худяков һөйләй.

-Константин Ефримович, ҡалалағы хеҙмәт баҙарын нисек баһалайһығыҙ?

- Быйыл ғинуар айында 120 кеше эшһеҙ булып теркәлде. Мәшғүллек үҙәгендә 1 февралгә ҡарата 716 кеше эшһеҙ иҫәптә тора, шуларҙың 661-е пособие ала. Ғинуар айында беҙҙең үҙәк ярҙамы менән 219 кеше эшкә урынлаштырылды. Февралдә уртаса пособие күләме 3753 һум тәшкил итте, йәғни эшләргә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумының 44 проценты.

- Салауатта ниндәй һөнәр эйәләре иң кәрәклеһе?

- Әле беҙҙең ҡалала станоксы, иретеп йәбештереүсе, водитель, ашнаҡсы, һатыусы, сәс алыусы һөнәрҙәре талап ителә. Юғары белемле белгестәр араһында инженер-конструктор, технолог, сметалаусы, проектлаусыларға һорау бар.

- Ниндәй хеҙмәткәрҙәр, бел-гестәр йышыраҡ эшһеҙ ҡала?

- Хеҙмәткә урынлашҡанда тәүге тапҡыр эш эҙләүселәр, хаҡлы ялға етеп килгән граждандар, бәлә-кәй балалы ҡатындар, шулай уҡ һаулыҡтары яғынан ҡайһы бер эшмәкәрлек төрөнә ҡаршылыҡтары булғандарға эш шарттары, режимы буйынса хеҙмәт урыны табыуы ауыр. Етәкселәр ҙә тәжрибәле, юғары квалификациялы белгестәрҙе алырға тырыша.

- Эшһеҙлек буйынса пособие күләме нисек һәм уны юллау ҡағиҙәләре бармы?

- Мәшғүллек үҙәгенә эшһеҙлек буйынса теркәлгәндә паспорт йәки уны алыштырыусы документ, хеҙмәт кенәгәһе, йәки һөнәри квалификацияны аныҡлаусы документ, һуңғы эш урынынан аҙаҡҡы 3 айҙың уртаса эш хаҡы тураһында белешмә кәрәк. Инвалид булған граждандарҙы эшһеҙ тип билдәләү өсөн өҫтәмә рәүештә хеҙмәт шарттары тураһында һығымта биргән инвалидтың реабилитациялау программаһын да күрһәтеү ҡаралған.

Эшһеҙлек буйынса пособие юллау өсөн ИНН, СНИЛС, Һаҡлыҡ банкыһынан иҫәп асыу тураһында белешмә талап ителә. Пособие күләме эштән китеү сәбәбенә, эш хаҡына бәйле буласаҡ. Әгәр ҙә граждан яңы ғына эштән китеп, мәшғүллек үҙәгендә теркәлһә, ул иң ҙур күләмдә - 5635 һум пособие аласаҡ. Тәүге тапҡыр эш эҙләүселәргә, оҙаҡ ваҡыт эшләмәүселәргә, 26 аҙнаға тиклем түләүле эше булғандарға, шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатҡандарға эшһеҙлек буйынса 977 һум 50 тин ярҙам ҡаралған.

- Былтыр Салауат ҡалаһының мәшғүллек үҙәгенә нисә кеше мөрәжәғәт итте?

- Беҙҙең бүлеккә 3896 кеше эш һорап килде. 2824 кеше хеҙмәт урындарына урынлаштырылды. Быйыл 1 ғинуарға ҡарата 771 кеше эш һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең 718-е эшһеҙ статусы алыусылар.

- Бөгөн мәшғүллек үҙәге үҙ алдына ниндәй өҫтөнлөклө бурыстар ҡуя?

- Төп маҡсатыбыҙ - эшһеҙлек кимәлен кәметеү, эш биреүселәр менән күберәк хеҙмәттәшлек итеү, уҡыу йорттарын тамамлаусыларға стажировка үтеүгә шарттар булдырыу, инвалидтарҙы эшле итеү, кешеләргә үҙ эшенә тотоноуға булышлыҡ итеү. Бынан тыш, салауаттарҙың яңы һөнәрҙәр үҙләштереүенә, уларҙы йәмәғәт эштәренә йәлеп итеүгә, мәшғүллек үҙәгенән матди ярҙам менән граждандарҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуға, йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ.
Читайте нас: