газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Февраль 2018, 18:02

Ит бар, ул әлегә ҡиммәтләнмәгән

Уҙған аҙнала Күмертау ҡалаһындағы баҙарҙа иттең юҡҡа сығыуы хаҡында ишетеп бер аҙ аптырауға ҡалдыҡ.

Уҙған аҙнала Күмертау ҡалаһындағы баҙарҙа иттең юҡҡа сығыуы хаҡында ишетеп бер аҙ аптырауға ҡалдыҡ.

Бар бәлә шунда - ғинуарҙан ветеринария талаптары ҡәтғи-ләшеүе арҡаһында хәҙер мал һуйыу цехынан үткән ит кенә ҡала баҙарында һатыла ала. Ауыл кешеләре артыҡ сығымдарҙы үҙһенмәй, малды тереләй оҙатыу яғын ҡарай, алыпһатарҙар ҙа кеҫәләренән артыҡ аҡса сығарғы-һы килмәй. Салауат баҙарында әлегә хәл тотороҡло, был сәбәпле хаҡтар ҙа күтәрелмәгән шикелле. Киләсәктә нисек булыр - уныһын бер кем дә әйтә алмай инде. Һыйыр итенең ҡабырға ере - 250, һум ите 350 һум менән һатыла.

Аҙыҡ-түлеккә бәйле тағы ла бер ғәмәлгә инәсәк яңылыҡҡа туҡталып үтеү кәрәктер. Ҡа-рабойҙай, дөгө ярмаларына, ҡыҙыл ыуылдырыҡ һәм аҡ майға ҡәтғиерәк талаптар ҡуйыла. Улар өсөн яңы дәүләт стандарттары раҫланды. Мәҫәлән, дөгө ярмаһы өсөн «сифатлы бөртөктәр» тигән төшөнсә ҡабул ителде. Продукцияһының 99 проценты шундай булырға тейеш. Аҡ май өсөн иһә «иреүе» тигән төшөнсә була. Яңы стандарттар 1 марттан һынала башлай. (Таблицала 15 февралгә ҡарата 1 килограмм аҙыҡтың хаҡы бирелгән).
Читайте нас: