Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Февраль 2018, 16:37

Салауатта - этнопарк

Ниһайәт, Салауат ҡалаһының Ағиҙел буйында ла тирмәләр барлыҡҡа килде. INAYA тирмәләр туҡталышы туристарҙы йәлеп итә лә башланы. Уны этнопарк етәксеһе Эмиль Кәримов менән Экстремаль спорт төрҙәрен, әүҙем ял һәм туризмды үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Константин Худяков ойошторған.

Йылға тирәләй бик матур итеп йыһазландырылған дүрт тирмә урын алған. Айырыуса, килеп кереү менән башҡорт балаҫы күҙҙең яуын алып тора. Элекке йорт йыһаздары, һауыт-һабалар һәм башҡалар... Йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Тирмә уртаһында элеккесә усаҡ яғырға мөмкин. Әммә балалар хәүефһеҙлеген уйлап, һыуыҡ көндәрҙә тирмә мейес менән йылытыла. Заманса шарттарҙан бында мейес менән кран ғына ҡуйылған.

Этнопаркты ойоштороусыларҙың береһе Константин Константинович әйтеүенсә, башҡорттар элек тап ошондай тирмәләрҙә йәшәгән.

Йылы кейеҙ йорттар юҡҡа ғына йылға буйындағы һауыҡтырыу-күңел асыу ғаилә комплексында урынлаштырылмаған. Бында балалар менән пейнтбол уйнарға, ҡаршылыҡлы спорт ярыштары үткәрергә мөмкин. Йылыныр өсөн эҫе, тәмле сәй ҙә тәҡдим итәләр. Комплекста күңел асыу саралары, төрлө темаларға арнал-ған оҫталыҡ дә-рестәре үткәрелә.

INAYA - грек һүҙе, «саф», «изге» тигәнде аңлата. Исеме үк үҙенә йәлеп итеп тора. Саф һауала изге уйҙар менән рәхәтләнеп ял ит кенә!
Читайте нас: