газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Февраль 2018, 16:40

Хоккейсыларыбыҙ маҡтауға лайыҡ

5-9 февралдә «Салауат» спорт-концерт комплексының боҙ аренаһында 15 йәшлек үҫмерҙәр араһында «Алтын шайба» призына республика финал уйындары үтте. Ярышта Салауат, Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Кушнаренко хоккейсылары ҡатнашты. Турнирҙа Өфөнөң «Калинин районы» командаһы беренсе урынға сыҡты, Өфөнөң «137-се мәктәбе» икенселә, Салауат ҡалаһының «Алмаз» командаһы өсөнсөлә.

5-9 февралдә «Салауат» спорт-концерт комплексының боҙ аренаһында 15 йәшлек үҫмерҙәр араһында «Алтын шайба» призына республика финал уйындары үтте. Ярышта Салауат, Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Кушнаренко хоккейсылары ҡатнашты. Турнирҙа Өфөнөң «Калинин районы» командаһы беренсе урынға сыҡты, Өфөнөң «137-се мәктәбе» икенселә, Салауат ҡалаһының «Алмаз» командаһы өсөнсөлә.

Еңеүселәргә кубоктарҙы һәм миҙалдарҙы тапшырыр өсөн маҡтаулы ҡунаҡтар килгәйне. Улар араһында Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин, Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов, Башҡортостандың берләшкән хоккей федерацияһының башҡарма директоры Руслан Нуретдинов бар ине.

- Спорт менән дуҫ кеше, ғәҙәттә, һәр йәһәттән алдынғы була. Күреүебеҙсә, бөгөн финалға сыҡҡан өс команда араһында ҡыҙыу көрәш барҙы. Еңеүсе тип танылған иң көслө «Калинин районы» хоккейсылары Башҡортостанды яҡлап Рәсәй ярыштарында сығыш яһаясаҡ. Уңыштар һеҙгә, йәш спортсылар! - тине Михаил Закомалдин.

Салауат ҡалаһы хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитетының баш белгесе Александр Передунов:

- Финал уйындарында республика-ның иң көслө 7 командаһы ҡатнашты. Улар - тик асыҡ боҙҙа шөғөлләнгән спорт мәктәбе, дөйөм белем биреү уҡыу йорттары тәрбиәләнеүселәре. Беҙҙең Салауат спортсыларыбыҙ һынатманы, маҡтаулы өсөнсө урынға сыҡты.

Үҫмер егеттәр араһында үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән Салауат командаһы хоккейсыһы Ксения Ваганова «Иң яҡшы ҡапҡасы» исеменә лайыҡ булды.

- Был минең генә награда түгел, дөйөм команданыҡы ла тип иҫәпләйем. Сөнки улар миңә һәр саҡ ярҙам итә. Ярышта ҡатнашыуҙан ҡәнәғәт ҡалдыҡ, бындай турнирҙар оҫталыҡты арттыра, тәжрибә бирә. Призерҙар иҫәбенә сығыуыбыҙға шатланып бөтә алмайым, - ти йәш спортсы.

Ҡалалар араһында барған финал уйындары менән берлектә ауылдарҙа ла көслө командалар араһында хоккей турнирҙары үтте. Унда еңеүселәр айырым команда булараҡ «Алтын шайба» Рәсәй ярыштарында ҡатнашасаҡ. Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда 170 ҡала һәм 200-ҙән ашыу ауыл хоккейы йәштәр командалары бар.
Читайте нас: