газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Февраль 2018, 13:46

Йылылыҡҡа түләү ни өсөн артыҡ?

Яңы йылдың тәүге айы үтеп тә өлгөрмәне, күптәргә фатир һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ҡағыҙҙары килде. Уны ҡулдарына алыу менән салауаттар шаҡ ҡатып ҡалды, сөнки йылылыҡ өсөн хаҡ күпкә артыҡ итеп яҙылған унда. Был, әлбиттә, кешеләрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, улар йылылыҡ өсөн тариф артҡанмы, ни өсөн хаҡ шул тиклем юғары һ.б. һорауҙарға яуап эҙләргә тотондо. Идара итеүсе компанияларға, ҡала хакимиәтенә салауаттарҙан мөрәжәғәттәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Талип Кәлимуллин етәкселегендә ашығыс рәүештә кәңәшмә үтте. Унда бөтә һорауҙарға асыҡлыҡ индерелде.

Иң беренсенән, йылылыҡ өсөн ғину-ар айында яҙылған түләү бер нисек тә тариф артыуы менән бәйле түгел, тариф йылына бер тапҡыр ғына, июль айында арта, тип аңлатма бирҙе БашРТС ойошмаһы вәкиле. Шулай уҡ йылылыҡ менән тәьмин итеүсе предприятие идара компанияларына иҫәпте йорттарҙа тотонолған факт буйынса ғына яҙып бирә.

9-сы йорт идаралығы вәкиле аңлатыуынса, ресурс ойошмаһы йылытыу миҙгелендә йорт тотонған сумманы яҙып биргәндән һуң, халыҡтан ул йыл буйы тигеҙ өлөштәр менән түләттерелә. Сөнки беҙҙең ҡалала шундай система билдәләнгән, салауаттар йылытыу миҙгелендә генә түгел, ә бер тигеҙ суммала 12 ай буйына түләй. Шуныһына ла иғтибар итергә кәрәк, 2017 йылға айлыҡ йылылыҡ хаҡы 2016 йылдағы сығымдар нигеҙендә иҫәпләп сыға-рыла. Мәҫәлән, 2016 йылда бер йорт тотонған йылылыҡ күләме йорттағы май-ҙанға, шунан 12 айға бүленә һәм уртаса гкал күләме иҫәпләп сығарыла. Ошо гкал йылылыҡ энергияһы тарифына һәм фатир-ҙың майҙанына ҡабат-лана, һөҙөмтәлә килеп сыҡҡан һан йылылыҡ өсөн айлыҡ түләү суммаһы булараҡ кви-танцияларҙа күрһәтелә. Айырым бер норматив барлыҡҡа килә, тиһәң дә була һәм шул күрһәткес буйынса халыҡ ғинуарҙан алып декабргә тиклем иҫәпләшә. Йыл аҙағында дөйөм йорт приборындағы күрһәткестәр буйынса ҡайтанан иҫәп-хисап яһала, йылылыҡ өсөн артыҡ түләнгән булһа, сумма кире ҡайтарыла, ә инде кире осраҡта фатир хужалары өҫтәп түләй. Мәҫәлән, йорт буйынса былтыр - 800 гкал, быйыл 1000 гкал йылылыҡ тотонолған, ти. Айырма - 200 гкал, шуның өсөн йортта йәшәүселәргә өҫтәп түләргә кәрәк була. Быға тиклем өс йыл буйына салауаттарға өҫтәп түләргә тура килмәгән. Ә былтырғы йылытыу энергияһы өсөн ҡабаттан иҫәпләүҙең артыуы 2017 йылда ғинуар, февраль, март айҙарының һыуыҡ булыуы, йылытыу миҙгеленең ике аҙнаға һуңыраҡ тамамланыуы, тимәк йылылыҡ иҫәпләнгән сумманан күберәк сарыф ителеүе менән бәйле. Шуныһы ла бар, 2018 йылда йылылыҡ өсөн түләү 2017 йыл күрһәткесе буйынса билдәләнә икән, 2019 йылдың шулай уҡ ғинуар айында йорт приборҙары буйынса ҡабаттан иҫәпләү үткәрелгәндә, сумманың әҙәйеүе лә мөмкин, сөнки быйылғы ҡыш миҙгеле былтырғыға ҡарағанда күпкә йылыраҡ һәм йорттарҙа экономия килә.

Салауатта йылылыҡ өсөн ҡабаттан иҫәпләү суммалары һәр йортта төрлөсә. Ул фатир хужаларының йылылыҡ энергияһын һаҡсыл тотоноуына, иҫәп приборҙарының ҡуйылыуына, энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу саралары күрелеүенә ҡарай. Әгәр ҡала халҡы йылдың йылытыу миҙгелендә генә иҫәпләү ҡоролмалары буйынса тейеш сумманы түләп барыуҙы хуплаһа, был ҡабаттан иҫәпләү системаһынан ҡотолоп та булыр ине, ул саҡта салауаттар ҡышҡы миҙгелдә йылылыҡ өсөн сумманың бик күп булыуы ихтимал. Әлегә салауаттар йылылыҡ өсөн йылытыу миҙгелендә иҫәпләшеүҙе үҙһенмәй.


Читайте нас: