газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Февраль 2018, 15:45

Йәмле булһын Салауат

Яңыраҡ мәктәптә уҡып йөрөгән улыма уҡытыусыһы анкета биреп ҡайтарған. Ҡағыҙҙы тултырып кире килтерергә ҡушылған. Унда “2018-2022 йылдарға Салауат ҡалаһы биләмәһендә заманса ҡала мөхитен булдырыу” муниципаль программаһына ярашлы тәҡдимдәр индереү тураһында һүҙ бара. Анкетала ҡаланы төҙөкләндереү буйынса үҙебеҙҙең фекеребеҙҙе белдерергә кәрәк.

Яңыраҡ мәктәптә уҡып йөрөгән улыма уҡытыусыһы анкета биреп ҡайтарған. Ҡағыҙҙы тултырып кире килтерергә ҡушылған. Унда “2018-2022 йылдарға Салауат ҡалаһы биләмәһендә заманса ҡала мөхитен булдырыу” муниципаль программаһына ярашлы тәҡдимдәр индереү тураһында һүҙ бара. Анкетала ҡаланы төҙөкләндереү буйынса үҙебеҙҙең фекеребеҙҙе белдерергә кәрәк.

2018 йылда «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектында республиканың бөтә 63 муниципалитеты ла ҡатнаша. Программаны тормошҡа ашырыуға республикала быйыл миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк, уның 891 миллион һумы федераль һәм 175 миллион һумы республика бюджетынан.

2017 йылда өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыу барышында республикала 416 ихата һәм 347 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде. Урамдарҙы яҡтыртыу, автомобиль тулталҡалары, күсмә ял итеү майҙансыҡтары, контейнер майҙансыҡтары һәм скверҙар төҙөү буйынса эштәр башҡарылды. Тәртипкә килтерелгән биләмәләрҙә заманса балалар уйын комплекстары һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. Салауатта ла бихисап урындар яңыртылды, йәмләнде.

Быйыл да ошо юҫыҡта эш дауам итәсәк. Башҡортостан ҡалаларында йәшәүселәр 9 февралгә тиклем төҙөкләндерергә кәрәк тип иҫәпләгән һәм объекттар буйынса тәҡдимдәр индерә. Бының өсөн муниципаль берәмектәр хакимиәте сайттарында “Ҡала мөхите“ проектына арналған форманы тултырыу зарур. Шулай уҡ ҡаланың бер нисә пунктында анкеталарҙы ҡалдыра алаһығыҙ. Ә төҙөлгән исемлек өсөн тауыш биреү 18 марттан 23-өнә тиклем республиканың бер нисә пунктында үтәсәк.

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Талип Кәлимуллин:

- Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 2018 йылда республика ҡалаларында йәшәүселәр үҙҙәре йәшәгән биләмәлә төҙөкләндереү объектын һайлай ала. Ул рейтинг тауыш биреү юлы менән уҙғарыла. Салауатта төҙөкләндерелеүгә мохтаж объекттар исемлегенә 23 пункт инде. Улар араһында Ленин, Октябрь, Калинин урамдары, Космонавтар, С.Юлаев бульвары аллеялары, ҡала дауаханаһы алды, С.Юлаев бульварындағы фонтан, пляж биләмәһе, А.Пушкин паркы һ.б. урындар бар. Улар өсөн salavat.bashkortostan.ru, vk.com/inform_adm сайттарына кереп тауыш бирә алаһығыҙ. Финалға сыҡҡан 3 объект тәү сиратта төҙөкләндерелеүгә ҡуйыласаҡ.


Читайте нас: