газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Февраль 2018, 13:40

Әсәлек капиталынан - ай һайын түләү

- 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған (уллыҡҡа алынған) икенсе балаға Әсәлек капиталынан ай һайын түләүҙәр алып була тип ишеткәйнем. Был дөрөҫмө?

- 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған (уллыҡҡа алынған) икенсе балаға Әсәлек капиталынан ай һайын түләүҙәр алып була тип ишеткәйнем. Был дөрөҫмө?

- Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлегенең матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ысынлап та, 1 ғинуарҙан һуң икенсе балалары тыуған ғаиләләр Әсәлек капиталынан ай һайын түләү алыуға хоҡуҡлы. Бының өсөн ҡала һәм райондарҙағы Пенсия фондтарында ғаризалар ҡабул ителә лә башлаған. Уны күп функциялы үҙәктәрҙә лә юллап була. Шуныһы бар, был ярҙамға килемдәре түбән булған ғаиләләр генә иҫәп тота ала, йәғни ғаиләнең килеме уның һәр ағзаһы өсөн йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәленән, 14 247 һумдан, артмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, дүрт кешелек ғаиләнең дөйөм килеме 56 988 һумдан аҙыраҡ булыуы зарур. Ғаиләнең дөйөм килемен иҫәпләгәндә хеҙмәт хаҡы, премия, пенсия, социаль пособие, стипендия, төрлө компенсация һәм алимент иҫәпкә алына.

Түләүҙең күләме һәр төбәктә 2017 йылдың II кварталы өсөн субъектта билдәләнгән балалар өсөн йәшәү минимумына тиң. Башҡортостанда ул 8892 һум тәшкил итә.

Пенсия фондына ғаризаны ҡарауға бер ай һәм һеҙҙең иҫәпкә аҡса күсереүгә тағы 10 көн бирелә. Әсә кеше бер юлы ике ғариза тапшыра: сертификатҡа һәм түләү билдәләүгә. Ата-әсәләргә балаға СНИЛС алыуға ла ғариза бирергә мөмкин.

Балалар тулыһынса дәүләт тәьминәтендә йәшәһә, ғаиләнең килеме хаҡында дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр тапшырылһа, шулай уҡ ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән граждандарға айлыҡ түләү тәғәйенләнмәй.

Айлыҡ түләү билдәләүгә ғаризаны икенсе бала тыуғандан алып йыл ярым эсендә бирергә була. Әгәр тәүге алты айҙа мөрәжәғәт итһәгеҙ, түләү бала тыуған көндән алып билдәләнә, йәғни мөрәжәғәт иткәнгә тиклемге айҙар өсөн дә аҡса түләнә. Алты айҙан һуң мөрәжәғәт иткән осраҡта, түләү ғариза тапшырған көндән тәғәйенләнә.

Түләү юллау өсөн ниндәй документтар талап ителә һәм башҡа һорауҙарға яуапты Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы http://www.pfrf.ru/knopki/zhizn~4061 бүлегендә табырға һәм ундағы калькулятор аша килемегеҙҙе иҫәпләп, түләү алыуға хоҡуғығыҙ бармы-юҡмы икәнлеген асыҡларға мөмкин.
Читайте нас: