газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Февраль 2018, 13:42

Ҡасан рәткә һалыныр?

Яңыраҡ ҡала почталарының береһенә кереп сығырға булдым. Бер касса алдында «ваҡытлыса эшләмәй» тигән яҙыу тора. Икенсеһендә халыҡ һыу буйы сиратҡа теҙелгән. Кемдер мәктәпкә, балалар баҡсаһына түләй, кемдер фатир, коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшә, бәғзеләре посылка алырға килгән. Халыҡ түҙемһеҙле

Яңыраҡ ҡала почталарының береһенә кереп сығырға булдым. Бер касса алдында «ваҡытлыса эшләмәй» тигән яҙыу тора. Икенсеһендә халыҡ һыу буйы сиратҡа теҙелгән. Кемдер мәктәпкә, балалар баҡсаһына түләй, кемдер фатир, коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшә, бәғзеләре посылка алырға килгән.

Халыҡ түҙемһеҙлек менән үҙенең сиратын көтә. Шулар араһында бер башҡорт ағайы сабырлығы сигенән сығып, почта хеҙмәткәре янына килеп әрләшә башламаһынмы?

- Ҡыҙым посылканы бер ай элек ебәрҙе. Ә белдереү ҡағыҙы миңә һаман килмәне. Уның ҡасан килеп етерен мин нисек белергә тейеш? Ҡарағыҙ компьютерығыҙҙан шуны, - тип ярһыны ул.

Почта хеҙмәткәре компьютерынан нимәлер ҡараны ла, тыныс ҡына:

- Посылка 12 ғинуарҙа килгән, - тип яуап ҡайтарҙы.

- Ә бөгөн нисәһе һуң? 20 ғинуар бит. Ни өсөн белдереү ҡағыҙы ебәрмәнегеҙ? Нисә көн үтеп киткән? Шунда нимәлер соҡоноп, эшһеҙ тик ултыраһығыҙ. Почтаны сауҙа нөктәһенә әйләндерҙегеҙ. Ә төп эшегеҙҙе эшләмәйһегеҙ. Гәзиттәр ҙә йүнләп килмәй. Прокуратураға, Президентҡа ялыу яҙасаҡмын, былай ғына ҡалдырмайым. Һеҙҙе йүгәнләү сараһын табырмын, - тип әрләшә-талаша бабай посылкаһын алып сығып китте.

Бәхәскә берәү ҙә ҡыҫылманы. Янымда торған бер әбей, ишетелер-ишетелмәҫ кенә: «Үәт, бабай дөрөҫ әйтте», - тип ҡуйҙы. Миңә сиратымдың килеп етеүен бер сәғәткә яҡын көтөргә тура килде. Икенсе касса артында ултырған ҡатын нисек кенә булмаһын, барыбер кешеләрҙе ҡабул итмәне.

Мин үҙем дә күп әйберҙәрҙе интернет аша заказ менән алам. Посылкалар килеүе хаҡында белдереү ҡағыҙын килтермәүҙәре, әлбиттә, йәнде көйҙөрә. Әгәр ваҡ посылка ебәрһәләр, почта хеҙмәткәрҙәре йәшниккә ырғыта ла китә. Ундағы заказдарға яуыз ниәтле кешеләр «айыу майын һөртә». Подъезд иҙәнендә ҡаптары ғына ятып ҡала.

Ә почтаны сауҙа нөктәһенә әйләндереүҙәренә килгәндә, ысынлап та, был шулай. Нимәләр генә һатылмай бында: сәйе лә, кәнфите лә, уйынсыҡтар ҙа, йыуыныу әйберҙәре лә, хатта постель кәрәк-яраҡтары ла. Бәлки уларға «өҫтән» шулай ҡушылғандыр. Әммә мин күпме генә почтаға керһәм дә, унан аҙыҡ-түлек, йәки берәй әйбер һатып алған кешене күргәнем булманы әле. Тик бына гәзит-журналдарҙың ваҡытында килмәүе, ысынлап та борсоуға һала. Яҙылыусыларыбыҙ көн дә тиерлек, «Салауат» гәзите килмәй, тип шылтырата. Саҡ йөрөгән әбей-бабайҙар таяғына таянып редакцияға килеп тә етә. Барлы-юҡлы яҙылыусыларыбыҙҙы шулай юғалтырбыҙмы?..
Читайте нас: