газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Ғинуар 2018, 15:53

Үҫмерҙәрҙе афәттән һаҡлауға - айырым иғтибар

«Ағиҙел» мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә ҡаланың 10-сы класс уҡыусылары өсөн «Үҫмерҙәр араһында наркомания» темаһына арналған сара үтте.

«Ағиҙел» мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә ҡаланың 10-сы класс уҡыусылары өсөн «Үҫмерҙәр араһында наркомания» темаһына арналған сара үтте.

Тәүҙә Салауат эске эштәр бүлегенең шәхси состав менән эш буйынса өлкән белгесе Ирина Алексеенко сығыш яһаны. Ул Өфө юридик институтына уҡырға кереү шарттары тураһында һөйләне. Уҡыу йорто хаҡында видеоролик күрһәтелде.

Артабан һүҙҙе Салауат эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса бүлек начальнигы Андрей Шахов алды.

- Наркоманияны иҫкәртеү, уға ҡаршы тороу элеккесә көнүҙәк тема булып ҡала. Айырыуса йәштәр араһында был афәттең таралыуы борсолоу уята. Салауатта былтыр наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле 296 енәйәт теркәлгән. Енәйәт яуаплылығына 109 кеше тарттырылғын, шулар араһында береһе балиғ булмаған кеше. Ҡалабыҙҙың белем биреү учреждениеларында ошо маҡсатта аңлатыу эштәре алып барыла, махсус программа булдырылған. Хәүеф төркөмөн асыҡлау өсөн медицина һәм социаль-психологик тестар үткәрелә.

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә һәм башҡа күп кенә илдәрҙә синтетик наркотиктар ҙур хәүеф тыуҙыра. Төтөндәге ингредиенттарҙың тәьҫире спайсты ҡулланыуға күнегеүгә килтерә. Спайс тартырға яратыусыларҙың үҙәк нервы системаһының реакцияһы төрлөсә: ғәҙәти булмаған күтәренке кәйеф, юҡҡа ғына ҡыҙып барыу, истерика, координация һәм ориентир боҙолоу, ҡолаҡҡа ниндәйҙер тауыштар ишетелеү, күҙгә нимәлер күренеү кеүек галлюцинациялар, тулыһынса үҙ-үҙеңә контролде юғалтыу һ.б.

Көн һайын психиатрия дауаханаларына һәм наркология бүлектәренә наркотик тоҙҙар менән ағыуланған йәштәр килә. Тоҙҙарҙың тәүге дозаһынан уҡ психомотор ҡуҙғыу, хәүеф, ҡурҡыу, аң юғалыу күҙәтелә. Йыш ҡына кешелә суицидҡа килтереүсе депрессия барлыҡҡа килә. Был хәлдә наркоман шизофрения менән ауырыусыны хәтерләтә.

Шуныһы ҡурҡыныс: ауырыуҙың бындай хәле тиҙ генә үтеп китмәй, хроник сир кеүек оҙаҡ дауам итә. Синтетик наркотик ҡулланыусылар үҙҙәре өсөн генә түгел, тирә-яҡтағыларға ла бик хәүефле, сөнки улар нимә эшләгәндәрен үҙҙәре белмәй. Наркотик тартып илергән кешеләрҙең бейек йорттоң һуңғы ҡатынан ташланыу, боҙло һыуҙа ҡойоноу, енәйәт ҡылыу, юл-транспорт фажиғәһенә сәбәпсе булыу осраҡтары күп.

Ни өсөн йәштәр тап шундай ҡатнашмаларҙы тартыуға ынтыла? Эш шунда: йәштәр тиҙ генә ышанып бара, төрлө формаль булмаған төркөмдәрҙең йоғонтоһона еңел бирелә, заман яңылыҡтарына, тиҙ үҙгәреп тороусы модаға эйәрә. Уларға әлеге ваҡытта эш табыуы ла еңел түгел. Телевидение, киң мәғлүмәт сараларының да йоғонтоһо ҙур. Улар кешенең инстинктив талаптарын ғына ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән саҡырыуҙарҙы көнө-төнө рекламалай, - тип һөйләне хоҡуҡ һаҡсыһы.

Уҡыусылар Андрей Шаховҡа төрлө һорауҙар бирҙе. Сара наркоманияның ауыр эҙемтәләре хаҡындағы видеоролик күрһәтеү менән тамамланды.
Читайте нас: