Рәсәй телевизион радио-тапшырыуҙар селтәре Башҡор-тостан Республикаһында беренсе һанлы телеканалдар тапшырыуҙары селтәрен тө-ҙөүҙе тамамланы. Хәҙер республика халҡының 95 проценты тәүге мультиплекстың программаларын бушлай ҡарай ала. Мәҫәлән, Беренсе канал, «Матч ТВ», «Карусель», «Рәсәй 24» кеүек каналдарҙы.
Селтәр «2009 - 2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында теле-радиотапшырыуҙарҙы үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы төҙөлдө. Заманса телевизорҙарға DVB-Т2 стандартындағы һанлы телеви-дениены ҡабул итеү өсөн дециметрлы телевизион антенна тоташтырыу ҙа етә. Ә инде элеккерәк телевизорҙар өсөн, антеннанан тыш, DVB-Т2 приставкаһын да алып ҡуйырға кәрәк. Программаларҙы көйләү буйынса йәки башҡа һорауҙарығыҙ тыуһа, уларҙы 8-800-220-20-02 «ҡыҙыу линия» телефонына шылтыратып бирә алаһығыҙ. Шылтыратыу бушлай. Ентеклерәк мәғлүмәт менән ufa.rtrs.ru рәсми сайтында танышырға мөмкин.